Хеҙмәт һәм тормош юлын, етәкселек баҫҡыстарын лайыҡлы үткән, яуҙарҙа сыныҡҡан шәхес... 28.04.2015

Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Уйылдан Әйүп улы Шәрипов хаҡында был юлдар.  Тәрән аҡыл көсө,  ижади фекер, ғәжәйеп тырышлыҡ, тыуған ил һәм кешеләр алдында яуаплылыҡ та уның булмышын билдәләй. Туҡһан ике йәшлек  уҙаман Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында йәшәй.

Ҡояш сыға әйләнеп, аҡ болотҡа бәйләнеп, Еңеү менән иҫән-имен ҡайтһаҡ ине әйләнеп, тип йырлар булған һуғышҡа юлланған ата-бабаларыбыҙ. Ләкин күптәр иҫән-имен ҡайта алмай, һуғыш яланында ятып ҡала. Сәйетбабанан Уйылдан Шәрипов Бөйөк Ватан һуғышынан яраланып ҡайта. Абруйлы аҡһаҡал быйыл  етмешенсе Еңеү яҙын ҡаршылай.
Үлемһеҙ полк хаҡында яҙыусы ветеран Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында тик дөрөҫлөк кенә һөйләнергә тейеш , тигән фекерҙә.1941 йылда 19 -ҙы яңы ғына тулған егет танк дивизияһы составында автоматсы-раздедчик булып һуғышҡа инә. Сәйетбаба кеүек тауҙар ышығында йәшәгән Уйылдан Шәриповҡа иң ауыр һуғыш барған Сталинградты обороналауҙа ҡатнашырға тура килә. Рух ныҡлығы, еңеүгә ышаныс ҡурҡыныс мәшхәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Бындай мәғәнәһеҙ ҡанҡойоштар бер ҡасан да ҡабатланмаһын ине, ти  ветеран. Уйылдан Шәрипов һуғыштан  1943 йылда ауыр яралар менән ҡайта. Башта ауыл мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта, һуңынан ун ете йыл дауамында парком секретаре йөгөн тарта. Уның хеҙмәт стажы 53 йылдан ашыу.
Улар һәр ваҡыт яҡты сырайлы, кешене иғтибар менән тыңлай беләләр. Тыуған көндәре лә бер көндә. Етмеш йыл хәләле Хәфиҙә менән бер төптән татыу ғүмер кисерәләр. Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Уйылдан Әйүп улы бәхетле оҙон ғүмер кисереүҙең сере-намыҫлы һәм ябай йәшәү рәүеше тиәсәк.
Хәфиҙә Мәүлетҡолова  менән аралашҡандан һуң, йөҙө ниндәй-үҙе шундай, тигән һығымтаға киләһең. Ул ғүмере буйы Сәйетбаба ауылында башланғыс синыфтарға белем бирә. Етәксе ҡатыны бер ваҡытта ла тормош иптәшен үтеп һөйләшмәгән. Беҙҙең әңгәмәгә лә ул, Уйылдан Әйүп улы һүҙ алғас, һәлмәк кенә ҡушылды.
Хәфиҙә инәй менән Уйылдан олатай һигеҙ балаға ғүмер биргән. Ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләләре өс тиҫтәнән аша. Һуғыш ваҡытында туйлап өйләнешмәһәләр ҙә үҙҙәрен бәхетле парҙар тиҙәр. Туҡһан ике йәшлек ир-уҙаман бөгөн дә ил уртаһында ҡайнап, ижади тормош менән йәшәй. Мөхәббәт, тоғролоҡ, яуҙаштары хаҡында шиғри йыйынтыҡтар баҫтыра.  Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында йәшәүсе һоҡланғыс кешеләр-бәхетте үҙ ҡулдары менән ҡорған. Улар булмышы һәм тормошо йәш быуынға лайыҡлы тормош өлгөһө булыр тора.  
Гүзәл Борханова



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика