Хеҙмәт алдынғыларына лайыҡлы баһа

Хеҙмәт алдынғыларына лайыҡлы баһа 12.03.2015

Бөгөн төрлө тармаҡтарҙа эшләүсе  40-тан ашыу хеҙмтә алдынғыһына Башҡортостандың юғары наградалары тапшырылды.

Бүләкләнеүселәрҙе Республика башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов тәбрикләне. Һеҙ төрлө өлкәләрҙә эшләйһегеҙ, әммә барығыҙ ҙа үҙ һөнәрегеҙҙең оҫтаһы һәм юғары уңыштарға өлгәшкәнһегеҙ.  Бөгөн Башҡортостан төп  социаль-иҡтисади күрһәткестәр буйынса алға бара икән, бында һеҙҙең дә  өлөшөгөҙ ҙур, тине Сергей Молчанов.  
Бүләкләнеүселәр араһында халыҡҡа телевизор экрандары аша яҡшы таныш кешеләр ҙә байтаҡ. Шуларҙың береһе ,,Тамыр,, балалар телеканалы хеҙмәткәре Гөлфиә Раянова. Тамашасыларға ул йыл да үткәрелгән күләмле балалар концерты, «Семәр» тапшырыуы, «Шүлгәнташ» фильмы авторҙарының береһе булараҡ яҡшы таныш. Телевидение өлкәһендә 17 йылдан ашыу эшләгән хеҙмәттәшебеҙ Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку