Хеҙмәт алдынғыларына - дәүләт наградалары

Хеҙмәт алдынғыларына - дәүләт наградалары 10.10.2014

Башҡортостандың төп дәүләт байрамы - Республика көнө алдынан төрлө тармаҡтарҙа эшләгән 50 кешегә Рәсәй һәм республиканың Почет грамоталары, маҡтаулы исемдәре тапшырылды.  

Рөстәм Хәмитов бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп, тәү сиратта оло байрам - Республика көнө менән ҡотланы. Башҡортостан был байрамды лайыҡлы ҡаршы ала һәм был уңыштар - тап һеҙҙең көндәлек эшегеҙ, тынғыһыҙ хеҙмәт емешегеҙ. Тотош ил еңел булмаған осор кисерә. Иҡтисади һәм сәйәси майҙанда ла төрлө яҡлап баҫым яһала. Бындай шарттарҙа тап тырышлыҡ һәм фиҙәҡәр хеҙмәт, һөнәри оҫталыҡ ярҙамында ғына ауырлыҡтарҙы еңеү мөмкин, тине төбәк етәксеһе.

Залға йыйылыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Медицина, төҙөлөш, элемтә, урман хужалығы, мәҙәниәт һәм нефть эшкәртеү өлкәһе белгестәре. Уларҙың барыһын да эшһөйәрлек сифаттары берләштерә. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостандың иң юғары наградаһы - Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алыусылар ҙа бар. Лауреат исеменә композитор Нур Дауытов менән яҙыусы Ғәлим Хисамов лайыҡ булды.

Салауат Юлаев ордены кавалерҙары ла өсәүгә артты. Был юлы ул сик буйы хеҙмәткәре Эмиль Ғатауллин, Өфө юридик институты профессоры Николай Котаев һәм яҙыусы Риф Мифтаховҡа бирелде. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку