Хажи Хөсәйенбәк рухына арналған XIII мосолмандар йыйыны үтте

Хажи Хөсәйенбәк рухына арналған XIII мосолмандар йыйыны үтте 05.07.2017

Был юлы сара оло быуын вәкилдәренән тыш, үҫеп килеүсе быуындың күплеге менән үҙенсәлекле булды.

Республиканың тәүге имамы Хөсәйенбәк рухына арнап аят уҡыла. Шәхесте ололауҙы, хәтерҙе яңыртыуҙы маҡсат итеп ҡуйған йыйын йолаһы быйыл да еренә еткереп башҡарылды. Был мөһим бурысты Әбйәлил егете Рушан Ғәйетбаев үтәне. Бығаса Башҡортостандың тәүге имамы тураһында ишетеп кенә белһә, бөгөн уға ерләнгән кәшәнәне күреү, өҫтәүенә, доға ҡылыу бәхете лә тейҙе.
Әйткәндәй, былтыр Хажи Хөсәйенбәктең һөйәктәре кире ер ҡуйына тапшырылғайны. Ул өс тиҫтә йыл дауамында Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеү үҙәгендә һаҡланған. Уны белгестәр ваҡытында кәшәнәнән тикшереүгә алған булған. Шәхес ныҡлап асыҡланғас, һуңынан бюсы кәүҙәләндерелгәндән һуң ул ҡабат ерләнде. Республика халҡы тәүге имамды яҡшы белә. Шуға ла йыйынға махсус килеүселәр ҙә булды.
Йыйында үҫеп килеүсе быуынды рухи һәм дини яҡтан тәрбиәләү беренсе планға ҡуйылды ла инде. Йыл дауамында мәсет-мәҙрәсәләрҙә Ислам тәғлимәте нескәлектәренә төшөнгән, доға-сүрәләрҙә яттан һөйләргә өйрәнгән балалар үҙҙәрен конкурста ла һынап ҡараны. Сара төбәк-ара кимәлдә үтеүе менән үҙенсәлекле булды. Ҡатнашыусылар араһында Һамар, Ульяновск һәм Ырымбур өлкәләренән килеүселәр ҙә бар ине.
Әйткәндәй, йыйын балаларҙың күплеге менән дә һоҡландырҙы.  Конкурста үҙен лайыҡлы күрһәтеүселәргә баш мөфтөйҙөң Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Республика мосолмандарының йыйыны йыл да тап Шишмә районында үтеүе осраҡлы түгел. Беренсенән был ерлек республиканың тәүге имамы менән бәйле булһа, икенсенән төбәк атамаһының да халыҡта иман нурын сәсеүҙә роле ҙур. Был бигерәк тә үҫеп килеүсе быуын өсөн мөһим, тиелде сарала.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика