Хаталарҙан нисек арынырға, йәки Әҙәбиәт йылы нимә вәғәҙә итә?

Хаталарҙан нисек арынырға, йәки Әҙәбиәт йылы нимә вәғәҙә итә? 02.04.2015

Баш ҡала урамдарын туған телде, әҙәбиәтте, китап донъяһын данлаусы социаль рекламалар йәмләй. Баннерҙарҙа башҡорт һәм рус әҙәбиәте классиктары, билдәле яҙыусылар һәм шағирҙарҙың  әҙәби һүҙ көсө тураһында тос фекерҙәре, халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәр  урын алған. Рус һәм башҡорт телдәрендә баҫылған ҡыҫҡа ғына, ләкин тәрән фәлсәфәүи мәғәнәле һүҙҙәр йәмәғәтселекте аң-ғилемгә, китап уҡырға өндәй. Ләкин ҡайһы бер баннерҙар киреһенсә, хаталы яҙылып, халыҡты аптырауға һала. Әйтәйек, Революция урамы менән Карл Маркс урамдары киҫелешендәге туҡталыштарҙың береһендә бөйөк әҙибә Зәйнәб Биишеваның тос фекере хаталар менән яҙылған.

Әлегә реклама компаниялары менән һөйләшеүҙәр үткән, ошо көндәрҙә хаталар төҙәтеләсәк тип вәғәҙәләй ҡала хакимиәте белгестәре. Әйткәндәй, 9 май алдынан баш ҡаланың үҙәк урамдарында яңы  баннерҙар барлыҡҡа киләсәк. Унда яугир шағирҙарҙың шиғырҙары урын аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку