Халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу - төп бурыс

Халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу - төп бурыс 12.09.2014

Ағиҙел ҡалаһында индустрия паркын үҫтереү юлдары барлана. Төбәктә сит ил инвесторҙарын йәлеп итеп иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләһе лә көнүҙәк.

Ағиҙелдә ир-егеттәр Себергә йөрөп эшләргә күнеккә. Вахта ысулы ирекһеҙҙән ҡулланыла. Ҡалала инде тиҫтә йылдан ашыу эшһеҙлек кимәле юғары. Әммә боҙ урынынан ҡуҙғалды. «Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар ҡалаһы» мөмкинлектәр утрауына әйләнеүе ихтмал. Урындағы етәкселәр инвестиция проекттарына өмөт бағлаған. Ағиҙел ҡалаһы порты - уңышлы инвестиция проекттарының береһе генә. Бында йылға тәрәнлеге суднолар өсөн ҡулай, икенсенән, ҡаланың географик урыны ла уңайлы. Портҡа хатта ҙур йылға-диңгеҙ караптары ла инә аласаҡ. Әле порт тулы ҡеүәтенә эшләп китһен өсөн причалды яңыртыу, йөк һаҡлау өсөн махсус урындар төҙөргә кәрәк. Буш торған объекттар ҙа бар.
Флүр Әсәҙуллин, инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлыҡ етәксеһе: «Был төбәккә беҙ сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү юлдарын барлайбыҙ. Әлеге ваҡытта Ҡытай иле менән фекер алышыу бара. Улар бындағы проекттың ҡыҙыҡлы булыуын билдәләй. Ҡытай инвесторҙарына иҡтисади йәһәттән отошло булһа, ә беҙгә социаль яҡтан ҡулай. Ҡала тормошо һүрелмәһен, урындағы халыҡты эш урыны бирерҙәй предприятие кәрәк - шул беҙҙең төп маҡсат».
Ағиҙел - Башҡортостан атом электр станцияһы төҙөлөшөндә барлыҡҡа килгән ҡала. Чернобыль фажиғәһенән һуң, йәмғиәттә атом энергетикаһына кире ҡараш барлыҡҡа килгәс, экологтар баҫымы менән обьектта эштәр туҡтатыла. Төҙөлөш консервациялана, халыҡ эшһеҙ ҡала. Егерме йылдан ашыу 600 гектар майҙанды биләгән сәнәғәт базаһы әлегәсә буш тора. Әле төп бурыс - был төбәктә иҡтисадты яңынан йәнләндереү. Ағиҙел ҡалаһында сәнәғәт тармағын үҫтереү өсөн бар мөмкинлектәр ҡаралған. Тәү сиратта был төбәк аша автомобиль, һыу һәм тимер юлдары үтә. 90-сы йылдарҙа эшмәкәрлеге туҡтатылған объекттарҙың киләсәге лә уңышлы хәл ителә. Республика милкенә тапшырылған сәнәғәт үҙәге менән сит ил инвесторҙары ҡыҙыҡһына башлаған. Яҡын киләсәктә урындағы халыҡты эш урындары менән тәьмин итерҙәй предприятиеның асылыуын күптән көтә ағиҙелдәр.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку