Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрен яңырыу көтә

Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәктәрен яңырыу көтә 09.10.2014

Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан ошондай үҙәктә 250 хеҙмәткәр эшләй, ойошманың 9 бүлеге бар. Учреждение ҡала һәм район халҡын хеҙмәтләндерә. Үҙәктең уңышлы эшен иҫәпкә алып, уның нигеҙендә коммерция булмаған «Ветеран» пилот проекты эшләй башлаған. Әле шәхси секторға ҡараған был ойошмаға үҙәктең 119 социаль хеҙмәткәре күсерелгән.

Бүлмә гел таҙа, ашарға бешерергә кәрәкмәй, һаулығыңды ла көнөнә әллә нисә тапҡыр белешеп торалар. Кәрәк икән, магазинға ла, дарыуханаға ла йүгереп барып килергә әҙерҙәр. Был әкиәт түгел, Стәрлетамаҡ ҡалаһының халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә йәшәүселәр өсөн ошондай шарттар булдырылған. Уңайлыҡ өсөн айына 150 һум самаһы түләргә генә кәрәк.

Асия Ишбирҙина, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекс үҙәгендә йәшәүсе: «Кинәнеп йәшәйем, бөтә нәмә лә бар, ҡушҡанды үтәп торалар, бөтәһенә лә ҙур рәхмәт».

Бынан тыш, үҙәк хеҙмәткәрҙәре үҙ фатирҙарында йәшәүсе пенсионерҙарға ла барып йөрөй, ярҙам күрһәтә. Ойошма был эшмәкәрлекте 12 йыл алып бара. 1 октябрҙән үҙәк яңыса эшләй башлаған. Пилот проектҡа ярашлы, фатирҙарҙы хеҙмәтләндереү шәхси секторға күсә. Ошо сәбәпле, уңайлыҡтарҙың хаҡы ла аҙ ғына артыр тип көтөлә. Мәҫәлән, әлегә бушлай булған спорт залы киләсәктә түләүле буласаҡ. Ләкин был беҙҙе ҡурҡытмай, ти өлкәндәр.

Илгизәр Моталов, пенсионер: «Йөрөйбөҙ инде, үҙебеҙгә кәрәк бит, һаулығыбыҙ өсөн».

Пилот проект тәҡдим ителгән уңайлыҡтарҙың сифатын яҡшыртырға, өҫтәмә хеҙмәттәр булдырыуға ла ярҙам итергә тейеш. Был үҙәктең аҙмы-күпме күләмдә килемен арттырасаҡ. Ә килгән аҡсаны социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡына, яңы проекттарға тотонорға иҫәп тота ойошма етәкселеге.

Лилиә Атйетәрова, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекс үҙәге директоры: «Киләсәккә пландар ҙур, өҫтәмә яңы уңайлыҡтар индерергә уйлайбыҙ».

Эш башланған да инде. Күптән тормошҡа ашырылған ҡайһы бер хеҙмәттәр хәҙер үҙәк нигеҙендә эшләп килгән коммерция булмаған «Ветеран» ойошмаһы ҡарамағына күсәсәк. Улар иҫәбенә техник реабилитация сараларын ҡуртымға биреү, йорттарҙы йыйыштырыу, танышыуҙар клубын булдырыу кеүек эшмәкәрлектәр инә. Социаль үҙәк хеҙмәткәрҙәре яңылыҡтың отошло буласағына ышана.

Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку