Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү коммерция һәм коммерция булмаған ойошмаларға һәм эшҡыуарҙарға күсә

Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү коммерция һәм коммерция булмаған ойошмаларға   һәм эшҡыуарҙарға күсә 19.02.2015

2015 йылдың 1 ғинуарынан  «Рәсәй Федерацияһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү нигеҙҙәре тураһында»ғы федераль закон үҙ көсөнә инде. Социаль хеҙмәт күрһәтеү баҙарына беренсе тапҡыр коммерция һәм коммерция булмаған ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар йәлеп ителәсәк. Былтыр октябрҙән республиканың дүрт төбәгендә коммерция  нигеҙендәге ойошмалар  өйҙә социаль хеҙмәт күрһәтеүҙе ойошторҙо ла инде. Уның һөҙөмтәһе һәм башҡа мәсьәләләр Хөкүмәт президиумы  ултырышында тикшерелде.

Михаил Петковтың тормош иптәше күптән донъя ҡуйған, ә балалары таралышҡан. Һикһән ике йәшлек пенсионерҙың  төп таянысы - социаль хеҙмәткәр. Ул өйҙө йыйыштыра,  магазиндан аҙыҡ-түлек килтереп ашарға бешерә,  йылы һүҙгә лә һаран түгел. Был хеҙмәттәр өсөн пенсионер  айына ни бары 170 һум түләй. Стәрлетамаҡтағы социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең бер өлөшө коммерция структураһы булараҡ пилот проектында ҡатнаша.
Лилиә Атйетәрова, «Ветеран»  социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры: «Пенсионерҙарға өҫтәмә  хеҙмәттәр  ҙә тәҡдим ителә. Мәҫәлән, беҙҙең  хеҙмәткәр менән  бергәләп   спорт залына  барып килә алалар. Был ике яҡ өсөн дә отошло. Беҙҙең үҙәктең үҫеше өсөн ыңғай булһа, бындай хәлдәге кешеләрҙең тормошо йәнләнә».
Быға тиклем социаль хеҙмәттәрҙе тик дәүләт һәм муниципаль органдар ғына күрһәтә ала ине. Быйыл беренсе июлдән  был эшкә коммерция ойошмалары менән шәхси  эшҡыуарҙар ҙа тотона  ала. Мохтаждарға социаль ярҙам күрһәтеүҙәге пилот проекты ыңғай һөҙөмтә биргән. Халыҡты яңыса хеҙмәтләндереү Стәрлетамаҡ, Благовар һәм Бүздәк  райондарында ла  ойошторолған.
Дәүләт иһә  күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе финанслау менән шөғөлләнәсәк. Ошо маҡсатта  бюджеттан  528 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.  Республикала  хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең реестры булдырыласаҡ. Уның аша ҡулланыусыларға   ярҙам күрһәтеүсене һайлап алыу мөмкинлеге буласаҡ.
Социаль хеҙмәтләндереү ҡағиҙәһенә ярашлы, өйҙә аҙнаһына бер тапҡыр бушлай иҙән йыуыу ҡаралған. Әгәр ҙә уны көн аша таҙаларға кәрәк булһа, ҡалғандары түләүле буласаҡ. Йыуғандан һуң иҙәндә сүп ятып ҡалһа, йә  эштең сифаты менән кеше  ҡәнәғәт булмаһа, ул икенсе ойошма менән килешеү төҙөй ала. Тимәк, был  ойошмалар араһында конкуренция барлыҡҡа килә. Һөҙөмтәлә, хеҙмәт күрһәтеү сифаты ла яҡшырыр тип күҙаллана.
Социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә бындай үҙгәрештәр Рәсәйҙә күптән бара. Ҡыҙғанысҡа, уның кире күренештәре лә юҡ түгел. Мәҫәлән,  ололарҙың фатирҙарын тартып алыу һәм башҡа мутлыҡтар күҙәтелгән. Шуға был баҙарҙа  осраҡлы кешеләр һәм ойошмалар булмаясаҡ. Улар  конкурс аша ҡабул ителә. Быға тиклем эшләп килгән социаль үҙәктәр ҙә хеҙмәт күрһәтеүгә  дәғүә итә ала.  Яңы шарттарҙа уларҙың эш хаҡы   юғарыраҡ булыр тип иҫәпләйҙәр. Үҙгәрештең ыңғай яҡтары күп. Иң  мөһиме, мохтаждарға ваҡытында,  кәрәкле  хеҙмәт күрһәтеү,  уларға  иғтибар бүлеү. Өйөнән бер аҙым да ситкә сыға алмаған кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу .    
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку