Халыҡ фронты генераль йыйыштырыуға тотондо

Халыҡ фронты генераль йыйыштырыуға тотондо 27.04.2017

Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре республикала рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүп-сар өйөмдәрен асыҡлап уларҙы юҡ итеү менән шөғөлләнә. Был эштә уларға Башҡортостанда йәшәгән һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн Халыҡ фронты ойошторған сайтҡа инеп ярамаған ерҙә көнкүреш ҡалдыҡтары барлыҡҡа килеүе тураһында  хәбәр итеү ҙә етә. Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре мәғлүмәтте барып тикшереп, яуаплы кешеләрҙе рөхсәтһеҙ полигонды яптырыуҙы талап итәсәк.

Затон биҫтәһе янындағы яланда сүп-сар өйөмдәре барлыҡҡа килеүе тураһында урында йәшәүселәр халыҡ фронтына күптән түгел генә хәбәр иткән. Сайтҡа яҙылған  мәғлүмәт дөрөҫкә сыҡты.  Юл ситендә генә өс-дүрт йөк машинаһы көнкүреш ҡалдыҡтары ауҙарылған. Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре фекеренсә, был сүп-сарҙы төҙөлөш алып барыусылар түгеп киткән. Эргәлә генә күп ҡатлы йорттар һалына.
Ҡулынан тотмағанһың икән, тимәк ғәйепле  түгел.  Был сүп-сар өйөмдәрен ҡалдырған кешеләрҙе лә хәҙер табыу икеле.  Тимәк яуаплылыҡ урындағы хакимиәткә төшәсәк. Миловка ауылы етәкселеге шәмбе өмәләрендә төҙөлөш ҡалдыҡтарын махсус полигонға алып барырға вәғәҙәләне.  Ә быныһы иһә Дмитриевка ауылы янындағы  «Воробьевка» йылғаһы буйы. Ләкин бында һайрар ҡоштар оя ҡормай. Ҡарға, ҡоҙғон һәм башҡа үләкһә ашаусылар ғына оса.  Сөнки эргәлә генә осо-ҡырыйы күренмәгән сүп-сар өйөмө.
Был рөхсәтһеҙ полигонды  бер йөк машинаһына тейәп алып китерлек  түгел. Өфө халҡы ла, яҡын тирәләге ауылдар ҙа һис тартынмай  көнкүреш ҡалдыҡтары түгә. Хатта штраф менән янау ҙа ҡурҡытмай.  
Әле Халыҡ фронтының  интерактив картаһында ҡырҡ рөхсәтһеҙ сүп-сар өйөмө билдәләнгән. Уларҙың икеһе ошо көндәрҙә генә тәртипкә килтерелгән. Ләкин урындағы хакимиәттәр ярҙамында ғына был мәсьәләне хәл итерлек түгел, ти йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре. Тәү сиратта халыҡ үҙе аңлы булырға тейеш. Көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа етте шунда ҡалдырыу кешелектең үҙенә генә зыянлы. «Воробьевка» йылғаһы ла бит, күп тә аҡмай,  Ағиҙелгә ҡоя. Ә унан тотош Өфө халҡы һыу эсә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика