Халыҡ дружинасылары кире ҡайта

Халыҡ дружинасылары кире ҡайта 30.10.2015

Совет осоронда милиция хеҙмәткәрҙәренә тәртип һаҡлауҙа ярҙамға килеүсе ирекле халыҡ отрядтарын күптәр хәтерләй. 25 июндә республикала  граждандарға йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ҡатнашырға рөхсәт итеүсе яңы закон ғәмәлгә инде. Уға ярашлы Башҡортостанда халыҡ дружинасылары отрядтары ҡайтанан тергеҙелде. Улар сафына баҫыусы һәр кем  полиция хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға килә ала.  

Октябрь проспектында кемдәрҙер машинаның тәҙрәләрен ватып,  уның эсендәге ҡиммәтле техниканы урлаған. Бурҙарҙы табыу төп бурыс. Полиция хеҙмәткәрҙәренә был эштә халыҡ дружинасылары ла ярҙам итәсәк. Уларҙың эҙенә төшөү буйынса план ҡорғас, дружина ағзалары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныша.
Халыҡ дружинаһы ағзаһы ҡыҙыл бәйләмес тағып йөрөргә тейеш. Һәр дружинасыға 5 йылға иҫәпләнгән таныҡлыҡ та тапшырыла.
Александр Яковлев, Өфө ҡалаһының  халыҡ дружинаһы командаһы етәксеһе: «18 йәше тулған Рәсәй гражданы халыҡ  дружинасылары отряды ағзаһы була ала. Хөкөм ителгәндәр, наркологик һәм психик диспансерҙарҙа иҫәптә тороусылар, эшкә яраҡһыҙҙра отрядҡа ҡабул ителмәй. Башҡа сикләүҙәр юҡ. Беҙгә дружинаға инергә теләүселәр йыш шылтырата».
Дружина ағзалары төркөмдәргә бүленеп рейдҡа сыға. Иң тәүҙә полицияла учетта торған граждандарҙың фатирҙары тикшерелә. Был исемлеккә йәшел йылан менән мауығыусылар ҙа  инә.
Был ҡатын фатирына йыш ҡына асарбаҡтар йыйып байрам ойоштора. Спиртлы эсемлектәр күренмәһә лә, фатирға тәмәке еҫе таралған, өҫтәлдә көл һауыттары ултыра. Дружина ағзалары улар менән аңлатыу эше  уҙғара.
Шуға ла рейд барышында барлыҡ хәүефле урындар тикшерелә.  Кисен асарбаҡтар һәм эскеселәр йыйылған гараждар тирә-яғы һәм башҡа  ҡараңғы урындарға айырыуса иғтибар бүленә. Дружинасыларҙы оло йәштәгеләр ҡыуанып ҡаршылай. Альбина Утяшева үҙе лә йәш сағында ирекле халыҡ дружинаһы ағзаһы булған.
Дружина ағзалары аҙнаһына бер нисә тапҡыр рейдҡа сығасаҡ. Башланғыс енәйәт осраҡтарын кәметеүгә ярҙам итәсәгенә, полиция хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтәсәгенә ҙур өмөттәр бағлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика