Халыҡ-ара туған тел көнөн Башҡортостан юлдаш телеканалы ижадсылары милли кейемдәрҙә билдәләйәсәк 20.02.2017

21 февралдә программаларҙы алып барыусылар эфирға милли кейемдәрҙә сыға. Был көндө республиканың төп телеканалында тамашасы иғтибарына  Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм милли мәҙәниәттәргә арналған программалар тәҡдим ителәсәк.  

"Сәләм",  "Счастливый час", "Бәхетнамә", "Телеүҙәк" һәм "Интервью" проекттары милли-мәҙәни мөхитте һаҡлау һәм үҫтереү, туған телдәрҙе өйрәнеү мәсьәләләре буйынса фекер алышыу майҙансыҡтарына әйләнәсәк. Билдәле шоумен, "Башҡорт телен" өйрәнәм проектында ҡатнашыусы Селестин Жульен йәштәрҙе  милли мәҙәниәткә ылыҡтырыу үҙенсәлектәре менән таныштырасаҡ. Тамашасылар шулай уҡ Башҡортосна халыҡтарының йырҙары,  этник музыкаға ҡоролған програмалар ҙа ҡарай аласаҡ.  Башҡортостан юлдаш телеканалы - республикала дәүләт телдәре булған рус һәм башҡорт телдәренән тыш, татар, украин, марый, сыуаш, удмурт һәм башҡа халыҡтар телдәрендә программалар әҙерләүсе берҙән-бер телекомпания. Телеканалдың фольклор, тарих, мәҙәни мираҫ,  төрлө халыҡтар ижаджына арналған программалары күп тапҡырҙар республика һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстар һәм фестивалдәрҙә еңеү яуланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика