Халыҡ-ара «Өфө» аэропортына Мысырҙан туристар менән өс авиарейс килде

Халыҡ-ара «Өфө» аэропортына Мысырҙан туристар менән өс авиарейс килде 09.11.2015

Туристарҙы Ғәрәп Республикаһынан алып сығыу өсөн Рәсәй авиакомпаниялары алдан раҫланған һәм яңы расписаниелар буйынса  рейстар ойоштора.

Әлеге мәлгә Өфөгә өс рейс менән 670 пассажир, шул иҫәптән 144 бала ҡайтҡан.  7 ноябрҙән алып Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығында тәүлек әйләнәһенә оператив штаб эшләй. Оператив төркөм ағзалары Өфө аэропортында ла маҡсатҡа ярашлы эш алып бара. Бында пассажирҙарға тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн психологтар эшләй. Шулай уҡ пассажирҙарҙы ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 575 урынға иҫәпләнгән алты пункт әҙерләнгән.  Росавиация мәғлүмәттәре буйынса, туристарҙың багажы тәүҙә Мәскәүҙең  Внуково аэропортына килтерелә, һуңынан башҡа аэропорттарға таратыла. Башҡортостан туристарының багажы Мәскәүҙән халыҡ-ара Өфө аэропортына даими рейстарҙа килтереләсәк. Багаж килеүе тураһында хужаларына аэропорт хеҙмәттәре хәбәр итә. Мысырҙа ял итеүсе туристар өсөн шулай уҡ ҡыҙыу линия телефоны ла эшләй. Экрандағы телефон аша Рәсәйгә ҡайтыу тәртибе тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.  8-800-100-40-61.
Бынан тыш, рейстар һәм багаж тураһында мәғлүмәттәрҙе Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы һәм Волга буйы төбәк үҙәге сайтынан да белергә мөмкин.  
http://02.mchs.gov.ru/  
http://volga.mchs.ru/
http://www.mchs.gov.ru/ МЧС России
02.mchs.gov.ru

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку