Хаҡтар артыуын дауам итә, доллар менән евро ла көндән-көн юғары үрләй 03.11.2014

Был шарттарҙа ил иҡтисадының күп тармаҡтары көсөргәнеш кисерә. Өҫтәүенә, сит илдә етештерелгән тауарҙарҙың ҡайһы берҙәре беҙгә килеп етмәй башланы. Ләкин халыҡ араһында бер ниндәй ҙә санкцияларҙан, тауар дефицитынан ҡурҡмаусы йүнселдәр ҙә байтаҡ. Уларҙың береһе Ҡариҙел районында йәшәй.

Мунса яғыу - Салауат Зарифуллиндың яратҡан шөғөлө. Ҡариҙел районында ағасҡа ҡытлыҡ юҡ, йәнең теләгәнен һайла. Шулай ҙа ирҙең элекке мунсаһы серей башлағас, яңыһын шешәнән төҙөргә ҡарар итеүе барыһын да ғәжәпләндерә. Был уй уның башына ике йыл элек самаһы килә.
Әйткән һүҙ, атҡан уҡ тигәндәй, уҙаман эшкә тотона. Тәүҙә ул шешә йыя. Яҡынса тоҫмаллап, уларҙың 4 мең самаһы кәрәк буласағын асыҡлай. Уның ниәтен белеп ҡалған ауылдаштары башта Салауатты шаярта тип уйлай. Әммә уйы ныҡлы икәнен аңлағас, һәр кем өйөндә, ихатаһында ятҡан шешәләрҙе Зарифуллиндарға ташый башлай.
Донъяла ниндәй генә сәйәси хәл булмаһын, үҙ хеҙмәте менән көн итеп өйрәнгән халыҡ бер нәмәгә лә бирешмәй. Салауат Зарифуллиндың төҙөлөш ысулы - быға асыҡ миҫал. Ҡул аҫтында булған материалдар ҡулланыу тәү сиратта сығымдарҙы кәметә. Ә ағас урынына тирә-яҡта сүп булып ятҡан шешәләрҙе ҡулланыу тирә-яҡты таҙалауға, тәбиғәтте һаҡлауға булыша.
Шешәнән тыш, төҙөлөштә ир цемент, ҡалай, пенопласт, бер аҙ ағас ҡуллана. Цемент иҙелмәһе күп талап ителеүенә ҡарамаҫтан, Салауат төҙөлөшкә һәммәһе ни бары 5 мең һум аҡса тотона. Бер ай тигәндә, ул яңғыҙы  мунсаһын күтәреп тә ҡуя. Хәҙер уның йылыһына бөтә ғаилә кинәнә.
Оҫта ҡуллы ир мунса төҙөү менән генә сикләнмәгән. Ихаталағы һәр нәмәне ул шәхси проекты буйынса  һәм үҙ көсө менән эшләгән. Оҫта ҡуллы  Салауат Зарифуллин хәҙер ағас һырлауҙы үҙләштерә. Ғаилә башлығы ир кешегә 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ тигән мәҡәлгә таянып йәшәй.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика