Хаҡлы ялдағылар пенсия квитанцияларына иғландар баҫылыуына ҡаршы

Хаҡлы ялдағылар пенсия квитанцияларына  иғландар баҫылыуына ҡаршы 27.01.2016

Документта финанс ойошмалар юғары проценттар вәғәҙә итеп  вклад асырға саҡыра. Оло йәштәгеләр фекеренсә,  ҡулланыусылар кооперативтары уларҙың иҫәбенә кеҫә ҡалынайтырға уйлай. Улар мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының республика төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәт иткән.    

Өфөлә йәшәүселәр пенсия алған һайын аптырауға ҡала.  Квитанцияһ артында  төрлө  белдереүҙәр баҫыла.  «Вклад ас та, йылына  25 процентлыҡ килем ал!».
Галина Загуменная, пенсионер: «Мәҫәлән,  кеше  ете мең тирәһе пенсия ала икән, уны бер айға нисек еткермәк кәрәк? Ул, әлбиттә,  аҡса булмаҫмы тип уйлай».
Пенсия  квитанцияһы етди документ, унда баҫылған мәғлүмәткә ышаныу ихтималлығы ҙур
Миҫалға «Өфөкредит» ҡулланыусылар кооперативы.  2002 йылда асылған ойошма  юғары проценттар вәғәҙә итеп бер нисә йыл дауамында клиенттар туплай ҙа  үҙен банкрот итеп иғлан итә.  Уға  аҡса һалып алданыусылар ике меңдән ашыу, ә йыйылған сумма  300 миллион тирәһе.  Финанс пирамиданы ойоштороусыларға хөкөм ҡарары сығарылды. Тик халыҡтың миллионлаған аҡсаһын кире ҡайтарырлыҡ түгел. Сөнки вкладтар страховкаланмаған.  
Валерий Шәрипов, финанс омбудсмены: «Быйыл 11 ғинуарҙан 223 -сө закон үҙ көсөнә инде. Ошондай ойошмалар,   кооперативтар Финанс баҙарында мөнәсәбәттәрҙе көйләү үҙәге реестрына ингән булырға тейеш. Уларҙың эшмәкәрлеге һәм таратҡан мәғлүмәте контролдә буласаҡ».
Хаҡлы ялдағылар  үҙ хоҡуҡтарын яҡлауҙы һорап,  Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының республика төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәт иткән. Улар үҙ сиратында пенсия фонды һәм почта бүлексәләре менән эшмәкәрлеккә асыҡлыҡ индергән.
Тимәк, февралдә пенсия квитанциялары алтын тауҙар вәғәҙә итеүсе иғландарһыҙ ғына  киләсәк. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының республика төбәк бүлексәһе уны күҙәтеүгә алған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку