Хаҡлы ялда тормош саҡ башлана ғына 30.09.2015

Йәрмәкәй ауылында йәшәүсе Рәхилә менән Нуриәхмәт Маннаповтар гөрләтеп донъя көтә. Ял итергә бер минут та ваҡыттары юҡ ололарҙың. Баҡса үҫтереп тә, ҡул эштәре менә булашып та, үҙешмәкәр ижад менән шөғөлләнеп тә өлгөрәләр.

Баҡса эшенә ғашиҡ Рәхилә менән Нуриәхмәт Маннаповтарҙың көҙгө уңышы быйыл мул. Картуфы ғына ни тора!  Иртә таңдан алып эңер төшкәнсе бил бөгөүҙәр - сәсеү, ҡый үләндәрен утау, күмеү, һыу һибеү - быларҙың барыһы ла бушҡа булмаған. Был эштәрҙә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә ярҙамға килгән. «Үҙебеҙ үҫтергән ҡарбуз да татлыраҡ кеүек, ҡурай еләгенең яңы сорты октябргә тиклем емеш бирәсәк!», - тип ҡыуана тырыш ғаилә.
Баҡса тирәһе үҙе бер матур ҡаласыҡты хәтерләтә. Оҫта ҡулында иҫке шиналар аҡҡош, ҡояш булып һынланған. Сағыу буяҙар уларға тағы ла мөғжизә өҫтәй. Ғаилә туғандарын да бүләкһеҙ ҡалдырмай. Заказдар етерлек. Әйткәндәй, Нуриәхмәт Миңлеәхмәт улы 15 йыл инде райондың ветерандар советын етәкләй, ә Рәхилә Ғөбәйҙулла ҡыҙы ижад донъяһына сумған. Ауылда ойошторолған халыҡ театры, үҙешмәкәр ансамблдә шөғөлләнә. Спектаклдәрҙә уға гел шуҡ, ҡыйыу ҡатын образдары эләгә.
Быға ҡушып, тиҫтәләп умарта тоталар. Татлы ризыҡ быйыл да ҡыуандырған. Маннаповтар ғаиләһе үҙҙәре лә бал ҡортолай тырыш, ныҡышмал булыуы менән районда ихтирам яулаған да инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика