Хәйбуллала «Реаль эштәр» башҡарыла 08.09.2015

«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең  проектына ярашлы бер юлы  5  социаль обьектта төҙөкләндереү эштәре бара.  

Иҫәнгилде ауылы клубы үткән быуаттың уртаһында тиерлек һалынған, һуңғы тапҡыр  бында ремонт 1991-се йылда үткән, ҡыйыҡ алмаштырылған.  Әмммә бөгөн түшәмдән һыу аға, бигерәк тә  ҡаҙанлыҡтағы ҡоролмалар яҙлы-көҙлө ҡар һыуҙарынан, ямғырҙан зыян күрә.  Реаль эштәр проектына ярашлы  обьекттың ҡыйығын алмаштырыу,  иҙән һалыу,  яңы сәхнә эшләү ҡаралған.  Эшкә ауыл халҡы ла ҡушылырға риза.
Ауыл клубы иҫке булыуға ҡарамаҫтан бында  сәнғәт әһелдәре йыш килә. Мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, төҙөкләндереү тамамланыу менән төрлө сараларҙы даими үткәрергә мөмкин буласаҡ.
Ә бына Вәлит ауыл клубының торошон сағыштырмаса яҡшы тип әйтергә мөмкин.  Объектҡа 90-сы йылдар аҙағында капиталь ремонт үткәрелгән, әле ҡыйыҡты ғына яңыртыу талап ителә. Был эшкә "Берҙәм Рәсәйҙән" 100 мең һумға яҡын аҡса бүленгән.
Ә бына Мәмбәт ауылындағы балалар баҡсаһында ремонт эштәрен  тәрбиәселәр генә түгел, ата-әсәләр ҙә, кескәйҙәр ҙә ҙур түҙемһеҙлек менән көтә.   1978-се йылда төҙөлгән бинаны тулыһынса төҙөкләндереү мотлаҡ. Проект буйынса  барлығы  1 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шулай уҡ Хәйбулла районы хакимиәте лә  балалар баҡсаһын төҙөкләндереүгә 200 мең һум  өҫтәгән.  Район үҙәге халҡының теләге лә тормошҡа ашырыла, Степной һәм Федоровка ауылдары яғына киткән  юл сатында яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған,  улар энергияны ҡояштан һәм елдән ала. «Берҙәм Рәсәй» партияһының  Хәйбулла бүлексәһе етәкселәре әйтеүенсә, проектты ғәмәлгә ашырғанда  халыҡтың  тәҡдиме иҫәпкә алынған, бөгөн  кешеләрҙең теләктәре тормошҡа ашты тип әйтергә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика