Хәйбулла районында йәшәүсе Рамаҙан Сурин үҙ көсө менән ауыл эргәһендәге шишмәне таҙартып уның эргә-тирәһен кәртәләгән

Хәйбулла районында йәшәүсе Рамаҙан Сурин үҙ көсө менән ауыл эргәһендәге шишмәне таҙартып уның эргә-тирәһен кәртәләгән 25.08.2015

Был эшкә ул ауылдаштарын да йәлеп иткән. Күркәмләнеп ҡалған сығанаҡтан хәҙер кеше өҙөлмәй.

Бер нисә йыл элек кенә был урында сүп-сар өйөмдәре ятҡан. Һигеҙенсе тиҫтәне уҙған Рамаҙан  Сурин үҙ көсө менән Ҡыл күпер тауынан урғылып сыҡҡан шишмәне таҙартып, уның тирә-яғын йыйыштырып кәртәләп ҡуя, үҫентеләр ултырта. Шишмәгә килеүселәр өсөн ултырып ял итеү урыны ла төҙөй.  
Ауыл ситендәге танымаҫлыҡ булып үҙгәргән шишмә һыуын тәмләргә хәҙер олоһо ла, кесеһе лә килә. Уны Рамаҙан ҡоҙоғо тип йөрөтәләр.
Буш ваҡытында Рамаҙан  Әүхәҙи улы скрипкала уйнай. Күңел йыуанысы булған был музыка ҡоралы  уны бала сағында  аслыҡтан да ҡотҡарып ҡалған. Ул оҫталаған скрипкалар район музейҙарында һаҡлана.  
Тыуған ауылындағы колхозда ул механизатор булып эшләгән. Ваҡытында сиҙәм ерҙәрен үҙләштерә,  гел алдынғылар рәтендә була. Матурлыҡты, тәртипте яратҡан аҡһаҡал  күптәнге хыялын тормошҡа ашырыуына һөйөнөп бөтә алмай.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика