Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫлан ауылында йәшәүсе Бибисара Теләүғолова туҡһан йәшлек юбилейына Рәсәй Президентынан ҡотлау хаты алды 21.09.2016

Район хакимиәте етәкселеге хеҙмәт ветеранына иҫтәлеккә бүләктәр ҙә тапшырҙы. Юбилярҙың үҫмер сағы дәһшәтле һуғыш йылдарына тура килә, ер һөрөү булһынмы, мал көтөүме - бар эште лә ҡыҙ сәмләнеп башҡара. Илгә тыныслыҡ ҡайтырына ышана. Баҫыуҙа ал-ял белмәй эшләгән көндәрен ул күҙ йәштәре менән иҫкә ала.

Әле лә оло йәштәге ханым ҡул ҡаушарып ултырыуҙы үҙһенмәй, балаларына һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. 21 ейән-ейәнсәре, 17 бүлә-бүләсәһе бар уның. Лайыҡлы тормош юлын үткән  Бибисара Саҙрый ҡыҙы кинйә улы һәм килене менән бергә муллыҡта, татыулыҡта йәшәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика