Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Федоровка районының Бала-Сытырман ауылында йәшәүселәр ҙә яу ҡырҙарында ятып ҡалған яҡташтарын иҫкә ала 22.06.2015

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан ауылда Ҡайғылы әсә мемориалы төҙөкләндерелде. Хәҙер был изге урынға иҫтәлекле даталар билдәләнгәндә генә түгел, ябай көндәрҙә лә кеше өҙөлмәй.        

Һәйкәлде тергеҙеүҙә бөтә ауыл халҡы, урындағы предприятиелар ҡатнашҡан.  Ҡайғылы әсә һәйкәле тирәләй Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яҡташтарҙың исем -шәрифтәре яҙылған мәрмәр таштар урын алған. Был таштарҙа ауыл халҡы һәм шул иҫәптән  һуғыш йылдары балалары ла ата- әсәһе, яҡындарының исемдәрен таба ала.      
Һөйкәлдә һынландырылған әсә образының прототибы ла  тормоштан алынған. 80-се йылдарҙа ауылға һәйкәл төҙөү ниәте менән килгән скульптор яңы геройы итеп ошо яҡтарҙа йәшәүсе һылыуҙы һайлай һәм артабанғы яҙмышын уның менән бәйләй.  Быуындар бәйләнешен һынландырған һәйкәл хаҡлы рәүештә ауылдың изге урыны һанала.        
Еңеү һалдаттарының яҡты иҫтәлеген инде уларҙың бүлә-бүләсәләре данлай. Сал сәсле ветерандар һәм йәш йөрәктәр хәтерендә лә  бер кем дә бер нәмә лә онотолмаған.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика