Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан бөгөн Кушнаренко районында урынлашҡан «Первушин» аэродром комплексында икенсе тапҡыр «Беҙ – үткәндән» хәрби-тарихи реконструкцияһы үтте 20.06.2015

Быйылғы ваҡиға 1944 йылда Польша ерендә үткән алышҡа бағышланды.

Тарих шаңдауы. Меңәрләгән тамашасы «Первушин» аэродромында ойошторолған хәрби-тарихи реконструкцияны әҫәрләнеп ҡараны. Һауала осҡан самолеттарҙың шартлы рәүештә төшөрөлгән бомбаларынан ер тетрәп киткәндәй тойолдо. Атыш тауыштары, тирә-йүнгә таралған төтөндән халыҡ үҙен кинола кеүек хис итте. Совет Армияһы илгә баҫып ингән фашистарға ҡаршы барған һәр хәрәкәт оло бер тулҡынланыу менән бирелде. Бар күренеште лә тамашасы күңеле аша үткәрҙе.
Хәбәрсе. Ниһайәт, Совет Армияһы һалдаттары алғы һыҙыҡта. Хәрби-тарихи реконструкцияһында ҡатнашыусыларын тамашасы ҡеүәтләп алҡышланы ла, дәртле тауыштарға ла күмде. Һәр ваҡиғаны улар видеоға төшөрөп өлгөрҙө.
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы реконструкцияның мәғлүмәт партнеры булараҡ сығыш яһаны. «Сәләм» иртәнге тапшырыуҙар программаһы алып барыусылары иһә тамашасы кәйефен күтәреп уйындар үткәрҙе, иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырҙы. Әлбиттә, «Первушин» аэродромын самолетһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Тәжрибәле пилоттар һауала төрлө трюктар, оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте.
Хәрби-тарихи реконструкция телевизион форматҡа ла төшөрөлдө. «Первушин» аэродромында барған сараны еспубликаның төп телеканалында 27 июндә ҡарарға мөмкин.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика