Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәсәй почтаһы көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Рәсәй почтаһы көнөнә арналған тантаналы йыйылыш үтте 12.07.2014

Һөнәри байрамдары менән почта хеҙмәткәрҙәрен республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы.

Һөнәри байрамдары менән почта хеҙмәткәрҙәрен республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы. «Рәсәй Почтаһы» республика филиалында бөгөн 10 меңгә яҡын кеше эшләй. Уларҙың күбеһе почтальондар. Хат ташыусыларға көн һайын тиҫтәләрсә саҡрым юл үтергә тура килә. Бигерәк тә ауыл ерендә. Был еңел булмаған һәм шул уҡ ваҡытта яуаплы эш. Филиал хеҙмәткәрҙәре ай һайын 6 миллион данаға яҡын хат, посылка, бандероль ҡабул итә, уларҙы эшкәртә, кәрәкле адресатҡа ебәрә, 80 төр хеҙмәт тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта почта хеҙмәте үҫешендә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ, тип билдәләне сығышында республика башлығы.
Рәсәй почтаһы көнө айҡанлы төбәк башлығы бер төркөм тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Йыйылыш филармония артистары әҙерләгән байрам концерты менән тамамланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика