Хәрби тревога!

Хәрби тревога! 07.09.2015

Аҙна башы хәрбиҙәр өсөн ҡыҙыу башланды. Бөгөн Әлкәләге Зенит-ракета бригадаһы тревога буйынса «Үҙәк-2015» уҡыуҙарына юлланды.

Сәлим кисә генә һәүәтемсә хеҙмәтен үтәп йөрөгән. Бөгөн хәрби тревога!   Үҙе менән һалдат кәрәк-яраҡтарын йыйып өлгөргән. Икенсе йыл контракт буйынса  хеҙмәт итеүсе егет  хәрби уҡыуҙарға юллана.
«Үҙәк -2015 хәрби уҡыуҙары»нда Әлкәләге хәрби частән ике йөҙ кеше, йөҙ илле берәмек техника йәлеп ителә. Улар ике төркөмдә юллана. Тәүге төркөм менән  тимер юл станцияһында эшелонға    йәшәү-кәрәк яраҡтары,техниканы төҙөкләндереү ҡорамалдары тейәлде.
Һалдаттар, офицерҙар ҡайҙа барғанын һәм унда күпме ваҡыт буласағын белмәй. Был уҡыуҙарҙың ҡағиҙәһенә ярашлы. Сөнки хәрбиҙәр теләһә ниндәй шарттарҙа бөтә нәмәгә әҙер булырға тейеш.
Алда билдәһеҙлек торһа ла,  һалдаттарҙың  кәйефе көр.  Хәрби бурысты  үтәү һәм сит ерҙәрҙе күреү теләге ҙур.
«Үҙәк-2015»  ҙур   күләмдә үткәрелә.  Ундай уҡыуҙарҙа Әлкәлә  урынлашҡан Зенит-ракета бригадаһы бынан дүрт йыл элек ҡатнашҡан. Частә саҡта күп нәмәгә күҙ йомоп ҡарайһың, ә бындай сараларҙа һалдат үҙ тәғәйенләнешен тулыһынса башҡара ала, ти алыҫ сәфәргә юлланыусылар.
Андрей Фортуна, зенит-ракета бригада командирының шәхси состав менән эш итеү буйынса урынбаҫары: «Беҙ  билдәһеҙ полигонға барабыҙ.Әле техниканы тейәйҙәр. Һалдаттар алдан өйрәтелгән. Бөтәһе лә нормативтар буйынса башҡарыла. Ҡуйылған буурысты лайыҡлы үтәп ҡайтырбыҙ тип уйлайбыҙ».  
Бригаданы оҙатырға руханиҙар ҙа килде. Батюшка хәрби техниканы изге һыу менән сафландырҙы. Өлфәт хәҙрәт һалдаттарҙың  имен ҡайтыуҙарын теләп доғалар уҡыны.
Рәсәйҙә Хәрби көстәр өсөн  күләмле  уҡыуҙар  округтар буйынса даими  үткәрелә. Уҡыуҙарҙа  быйыл Үҙәк хәрби округтың Ватанды һаҡлауға әҙерлеге тикшерелә.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку