Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш компанияһы теүәл бер ай элек башланғайны

Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш компанияһы теүәл бер ай элек  башланғайны 01.11.2014

Был көндәрҙә  республика ҡала-райондарында буласаҡ һалдаттар араһында аңлатыу эштәре алып барыла.

Мәҫәлән, Күгәрсен районында был сара ҙур байрам итеп ойошторола. «Призывниктар көнөн» райондың хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәре спорт уйындары менән бәйләп уҙғара. Бер яҡтан, егеттәр бер-береһе менән көс һынашһа, икенсенән, әрме сафының нормативтарын тапшыра. Райондың хәрби комиссары Фәнүр Мәзитов әйтеүенсә, быйыл көҙ саҡырылыусылар һаны 153 кеше, шуларҙың 75-е - Күгәрсен районынан, ҡалғаны - күрше Ейәнсура районы егеттәре. Улар йүгереү, автоматты ваҡытҡа һүтеп-йыйыу, турникта күтәрелеү һәм ҡул көрәше ярыштарында көслөләрҙе билдәләне.
Ошондай уҡ сара Әбйәлилдә лә үтте. Район үҙәгенең «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексында ойошторолған сараға яҡын арала илдең Ҡораллы Көстәре сафын тулыландырасаҡ  егеттәр саҡырылды. Тантанала сығыш яһаусылар Ватанды һаҡлау элек-электән ир-егеттең изге бурысы һаналыуын билдәләне. Ә бының өсөн  буласаҡ һалдаттарҙың  физик һәм рухи әҙерлеге яҡшы кимәлдә булырға тейеш. Артабан сараға йыйылыусылар үҙ көстәрен төрлө спорт бәйгеләрендә һынап ҡараны.  Айырыуса арҡан тартышыу, гер күтәреү, ҡул көрәше кеүек  ярыштар бик ҡыҙыу барҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика