Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш дауам итә 13.10.2016

1 октябрҙән 31 декабргә тиклем 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге граждандар хәрби хеҙмәткә алына. Ҡораллы көстәргә  ил буйынса 152 мең кеше саҡырыла. Башҡортостан был мөһим кампанияны һәр саҡ уңышлы атҡарып сыға.

Республика  хәрби комиссариатының Шаран Һәм Баҡалы райондары буйынса бүлегендә йәше еткәндәр комиссия үтә башланы. Төбәктән әрме сафына 80 егет ебәрелә. Сәләмәтлеге һәм башҡа сәбәптәр буйынса  яраҡһыҙҙарға  киләһе саҡырылышҡа тиклем һаулыҡтарын нығытырға ҡушылды. Быйыл  4 июлдән «Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт» хаҡындағы федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Ҡануниәткә ярашлы,  әрме хеҙмәтенән  кисектереү юғары уҡыу йорттарын тамамлап  милли гвардия составына ингән һәм махсус званиеһы булған  граждандарға бирелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика