Хәрәкәттә – бәрәкәт

Хәрәкәттә – бәрәкәт 21.08.2014

Өфө ҡалаһында балалар өсөн тағы ла бер спорт майҙансығы сафҡа индерелде. Объектта йәй волейбол, футбол уйнарға, ҡыш  һырғалаҡта шыуырға мөмкин.

Элек балаларға ла, үҫмерҙәргә лә спорт менән шөғөлләнеү өсөн күрше урамдарға йөрөргә тура килгән. Бөгөн иһә улар йәшәгән йорт ихатаһында уңайлы майҙансыҡ барлыҡҡа килде. Ленин районының социаль фонды ярҙамында төҙөлгән майҙансыҡта спорт уйындары өсөн бар шарттар булдырылған. Әммә балалар тағы ла волейбол сеткаһы, һырғалаҡ көтәләр. Сөнки бында шөғөлләнеүселәрҙең һаны көндән-көн арта. Улар быйыл ҡыш та рәхәтләнеп хоккей уйнарға, конькиҙа шыуырға ниәтләй. Йәш быуындың сәләмәт тормош алып барыуы ҡыуандыра. Ниһәйәт, күңелле һәм файҙалы ял итеү өсөн Урицкая урамында ла шарттар булдырылған.
Михаил Анисимов, урам комитеты рәйесе: «Был урында сүплек, емереклектәр ине. Район хакимиәте халыҡтың үтенесен ишетеп, беҙгә майҙансыҡ эшләне. Бөгөнгө көндә ата-әсәләр ҙә шат, сөнки балаларға ял ваҡытын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрергә урын бар. Бында төрлө йәштәгеләр йыйыла. Уларҙы майҙансыҡ берләштерә».
Радик Ғәлиәхмәтов, Ленин районы хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты рәйесе: «Район хакимиәтенең спорт майҙансығы өсөн был урынды һайлауы осраҡлы түгел, сөнки яҡын-тирәлә балалар өсөн спорт менән бушлай шөғөлләнерлек урындар юҡ. Киләсәктә хоккей, волейбол уйнар өсөн заман талаптарына ярашлы майҙансыҡ булыр, тип өмөтләнәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика