Хәрәкәттә-бәрәкәт, йәки машинаһыҙ бер көн

Хәрәкәттә-бәрәкәт, йәки машинаһыҙ бер көн 22.09.2015

Бөгөн донъя йәмәғәтселеге автомобилдән баш тартыу көнөн билдәләй. Күләмле сараларҙан Башҡортостан вәкилдәре лә ситтә ҡалманы.

Сәләмәт тормош рәүешен өҫтөн ҡуйған бер төркөм йәштәр баш ҡала урамдарынан йүгереп үтте,  саф һауала күнекмәләр яһаны. Йәштәр  фекеренсә, әлеге ваҡытта автомобилдән баш тартыу икеләтә файҙалы күренеш. Сара, берҙән, физик сәләмәтлекте нығытыу форсаты бирһә, икенсенән ҙур мегаполистарҙың экологик именлеген тәьмин итеүгә лә үҙ өлөшөн индерә.
Халыҡ-ара автомобилдән баш тартыу көнө тәүге тапҡыр 90-сы йылдар аҙағында Европала уҙғарыла башлай. Унда ҡатнашыусылар шәхси транспортын туҡталҡаларҙа ҡалдырып, эш урындарына йәйәүләп барыуҙы хуплай. Маҡсат ҡала урамдарындағы тығындарҙы  һәм һауа бысраныуын бер аҙға булһа ла кәметеү. Рәсәйҙә еңел автомобилдәр һаны артыуы сәбәпле, был мәсьәлә беҙҙең илдә лә киҫкенләште. 2007 йылдан башлап Халыҡ-ара автомобилдән баш тартыу көнөнә Өфө лә ҡушылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку