Хәҡиҡәткә юл ярыусылар 30.06.2015

Башҡорт дәүләт университитетының  тарих факультеты студенттары үҙҙәренең тәүге археологик практикаһынан ҡайтты.

Һауыт-һаба ярсыҡтары, ватылған көршәктәр, кеше һөйәктәре. Тәү ҡарашҡа, хайран ҡалырлыҡ бер нәмә юҡ кеүек. Тик был әйберҙәрҙең һәр береһе ҡомартҡы булып тора, улар тарих һөйләй. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты студенттары өсөн археологик эҙләнеүҙәр йыл һайын ойошторола. Быйыл практиканы улар Баймаҡ районының Ғүмәр ауылы эргәһендә үткән.  
Вадим Мөхәмәтдинов, археологик лаборатория етәксеһе: «Археологик практика уҡыу планына индерелгән. Һәр тарихсы бер тапҡыр булһа ла яланға сығып практик белем алырға, археология нимә икәнлеген үҙ күҙҙәре менән күреп белергә тейеш».
Классик вуздың практика материалдарынан тупланған археологик музейында 100 меңдән ашыу ҡомартҡы һаҡлана. Быйылғы практиканан һуң  фонд тағы ла артҡан. Студенттар Ғүмәр ауылы эргәһендә  Бронза дәүере ҡәберлеген ҡаҙыған. Улар һаҡсыл эш итеп, бөтөн көршәк ҡаҙып ала,  кеше һөйәге ҡалдыҡтары һәм керамик һауыт киҫәге таба.
Татьяна Кудинова, БДУ-ның тарих факультеты студенты: «Көрәк менән эшләүе ҡыйыныраҡ булһа ла, эш күңелле булды. Күп студенттар тағы ла барырға теләк белдерҙе».
Анастасия Звездина, БДУ-ның тарих факультеты студенты: «Шәхси беҙ үҙебеҙ, беҙҙең сектор көршәк тапты, һәм был бик үҙенсәлекле табыш, сөнки уны ватмайынса ғына ҡаҙып алдыҡ».
Эшләгәнең кеше өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн. Студенттар практиканан алған оҫталыҡ дәрестәренән бик ҡәнәғәт. Алған ғилем киләсәктә эш тәжрибәһендә лә кәрәк буласаҡ тип билдәләй уҡытыусылары.
Ҡомартҡылар тарихты тергеҙә, үткәндәрҙе күҙ алдына баҫтыра.  Әлеге археологик ҡаҙылмалар ҙа Башҡортостан Республикаһының Милли музейына тапшырыласаҡ.
Әлфиҙә Ҡансурина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика