Хәҙерге заманда ҡәһүәһеҙ тормошто күҙ алдына ла килтереп булмай 25.11.2014

Көсөргәнешле эш мәлендә тәнәфес яһап  бер сынаяҡ ҡәһүә эсеп ебәрһәң кәйефтәр күтәрелеп китә. Кемдәрҙер был эсемлекте эсмәй тороп эшкә лә тотонмай. Ундайҙар инде ҡәһүәнең бар нескәлектәрен, тәм үҙенсәлектәрен айыра. Шулай ҙа эсемлек тураһында уны әҙерләүсенән дә күберәк белеүсе юҡ. Был һөнәр эйәһе  бариста тип атала.  Итальян теленән тәржемә иткәндә-ҡәһүә әҙерләүсе. Бөгөн баш ҡалала  Волга буйы төбәктәренең иң яҡшы баристалары көс һанышты.

Кристина Ефимова бариста һөнәрен ике йыл элек үҙләштергән. Профессиональ ҡәһүә әҙерләүсе булараҡ бер йыл тирәһе эшләй. Шулай ҙа был мөғжизәле эсемлекте бәләкәй саҡтан уҡ яратам. Тәүҙәрәк һәр эсемлек тә ҡәһүә булһа, хәҙер уға ҡарата талаптар ҡаты, ти Кристина.
Кристина Ефимова, бариста, конкурста ҡатнашыусы: «Элек пакеттарҙа һатылған ҡәһүә ҡомон да эсә инем, ә хәҙер яңы ғына ҡыҙҙырылған ҡәһүә бөртөктәренән төйөп әҙерләнгән  эсемлектән башҡаны ҡабул итә алмайым.  Ысын һәм сифатлы орлоҡтарҙан яһалған ҡәһүәне бер нимә лә алмаштыра алмай. Ҡәһүә әҙерләү үҙе бер сәнғәт. Был конкурсҡа үҙемдең оҫталығымды һанап ҡарар өсөн килдем».
Аңлағандар өсөн ҡәһүә әҙерләү үҙе бер фән, ти оҫталар. Бариста уның сортын һәм төрҙәрен, һаҡлау үҙенсәлектәрен, ҡыҙҙырыу шарттарын да күҙ уңында тоторға бурыслы. Эспрессо,  каппучино, латте. Был инде ҡәһүәнең  киң билдәле рецепттары ғына. Ә донъяла уның өс йөҙгә яҡын төрө билдәле. Конкурста ҡатнашыусылар иһә популяр төрҙән тыш үҙенең авторлыҡ эсемлеген дә әҙерләргә бурыслы.
Николай Хьюпенен, баһалама төркөмө етәксеһе: «Конкурста ҡатнашыусылар дүртешәр сынаяҡ капучина, эспрессо һәм авторлыҡ ҡәһүәһе әҙерләргә тейеш. Бының өсөн ун биш минут ваҡыт бирелә. Баһалама ағзалары эсемлектең тәмен, визуаль биҙәлеше менән бер рәттән баристаның һөнәри әҙерлеген дә ҡарай».
Ҡәһүәне әҙерләү бер, ә бына уның биҙәлешен, йәғни, ҡәһүә өҫтөнә һүрәт төшөрөү айырыуса оҫталыҡ талап итә. Тәжрибәле бариста әҙерләгән ҡәһүәне эскәндә тәмдән алынған ләззәт менән эстетик ҡәнәғәтлек тойғоһо бергә килә.
Михаил Кумпан, конкурсты ойоштороусы: «Ҡыҙғаныс, әммә ҡәһүә әҙерләүселәр илдә бик аҙ. Баристаға уҡытыу мәктәбе лә юҡ. Шуға күрә ошондай сараларҙа ғына оҫталыҡ арттырыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бар. Беҙҙең маҡсат был һөнәргә мөмкин тиклем күберәк йәштәрҙе йәлеп итеү».
Үҙен һәм клиенттарын ихтирам иткән ҡәһүәхана һәм ресторандарҙа профессиональ баристаларҙың булыуы мотлаҡ, тип һанай белгестәр.  Икнсенән,  ҡәһүә, нефттән ҡала, иң күп һатылған тауар һәм бариста һөнәре һәр ваҡыт ҙур һорау менән фаҙалана. Бындай конкурстар мөғжизәле эсемлек әҙерләүселәрҙе арттырыуға ярҙам итә, ти ойоштороусылар.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика