Хәҙерге заманда ғаиләлә күп бала тәрбиәләүгә барыһы ла баҙнат итмәй, күп осраҡта ғаилә бары тик бер-ике бала менән генә сикләнеп ҡала 30.11.2015

Ә Совет осоронда иһә ғаиләлә биш һәм унан да күберәк бала - ғәҙәти күренеш ине. Ундай әсәләрҙе  дәүләт Әсәлек даны ордены менән бүләкләй, әсәгә етенсе, һигеҙенсе һәм туғыҙынсы бала өсөн Әсәлек данының беренсе, икенсе һәм өсөнсө дәрәжәһе бирелгән. Ә ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгәндәр Герой-Әсә исеменә лайыҡ була. 1944 йылда барлыҡҡа килгән дәүләт наградаһы Баймаҡ районынан барлығы  431 әсәгә тапшырыла.

Мерәҫ ауылынан Байрамғоловтар йорто ваҡытында балалар тауышынан гөрләп торған. Ун өс балаға ғүмер биргән Ҡәмбәрниса инәй йортонан әле лә Кеше өҙөлмәй. Ял-байрамдар етеү менән  балалар тыуған нигеҙенә, әсәләре янына ашыға. Ғүмере буйы колхозда эшләп , хаҡлы ялға сыҡҡан герой әсә бөгөн кесе улы менән йәшәй. Әле Ҡәмбәрниса инәй дин юлында, бер намаҙын да ҡалдырмай, уҡып килә.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һаман да йәшлек дәртен юғалтмаған. Йорттағы һәр эште башҡара тиерлек. Балаларына, туғандарына хәстәрлекле, киң йөрәкле туған ул.  Бынан ун йыл элек мәрхүм булған тормош иптәше менән илле йыл татыу ғүмер итәләр, алтын туйҙарына Бер нисә ай ғына тулмай ҡала. Ауырлыҡтарға бирешмәй, Кәмбәрниса инәй барыһына ла терәк.
Олоғайған көнөңдә ҡәҙер-хөрмәттә, ихтирамда йәшәү- үҙ ваҡытында алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәтең, түккән көсөңдөң һәм матур балалар үҫтереүҙең емеше. Быға ун өс Баланы аяҡҡа баҫтырған, бынан тыш ейәндәрен тәрбиәләшкән Ҡәмбәрниса инәй Байрамғолова асыҡ миҫал. Ул ысын мәғәнәһендә Герой-Әсә һәм әлегәсә был оло исемгә тап төшөрмәй. Хәҙерге ваҡытта бер‐ике бала менән генә сикләнгән, тормошҡа зарланған йәштәргә ошондай оло йөрәкле инәйҙәрҙән үрнәк алырға кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика