Хәҙер улар һалдаттар

Хәҙер улар һалдаттар 15.03.2017

Полицияның мобиль отрядтары Рәсәйҙең милли гвардияһы составына инеү менән хәрби структураларға әйләнде. Ләкин был үҙгәреш махсус тәғәйенләнештәге отрядтарҙың төп эшенә бер нисек тә йоғонто яһаманы. Хеҙмәткәрҙәр әле лә халыҡ хәүефһеҙлеге, тәртип урынлаштырыу, йәмәғәт тыныслығы һағында. Һөнәри байрамдары алдынан улар хәбәрселәр өсөн асыҡ ишектәр көнө уҙғарҙы.  

Халыҡ уянып та өлгөрмәгән, ә улар аяҡ өҫтө. Мобиль отряд хеҙмәткәренең эш көнө иртә таңдан йүгереүҙән башлана. Көн дә кәм тигәндә, ун саҡырым марш-бросок. Ә спорт менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәр тағы ла алыҫыраҡ арауыҡҡа йүгерә.
Ун саҡрым йүгереү милли гвардияның мобиль отряды өсөн йылынып алыу ғына. Физик күнеукмәләр һуңынан спорт залында ла дауам итә. Бында егеттәр төрлө ҡул һуғышы тәжрибәһен камиллаштыра. Енәйәтселәрҙе ҡулға алыу, хоҡуҡ боҙоусыларҙы ҡоралһыҙландырыу алымдарын шымарта.  
Илдус Йәноҙаҡов ябай ауыл егете. Мобиль отрядта хәҙер тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Бала саҡтағы көндәлек физик эш, спорт менән мауығыу файҙаға ғына булды. Уның ҡарауы, хәҙер күпкә еңелерәк, ти Илдус.
Шулай ҙа ОМОН-ға эләгеү өсөн көслө генә булыу етмәй. Бында берәү ҙә урамдан килеп инмәй. Егеттәрҙең барыһы ла хәрби тәжрибә, спорт әҙерлеге алған. Хеҙмәткәрҙәрҙең күптәре ҡул һуғышы төрҙәре буйынса оҫталар.  
Физик күнекмәләрҙән һуң егеттәр ҡорал менән эш итеү оҫталығын шымарта. Мобиль отряд хеҙмәткәрҙәре хәрби ҡулланыштағы барлыҡ арсенал менән дә берҙәй яҡшы файҙалана белергә тейеш. Ниндәй генә ҡорал тотторһалар ҙа, сәптең ҡап уртаһына тейҙереү улар өсөн бер ни тормай.
Шулай ҙа мобиль хеҙмәттең иң ҡурҡыныс ҡоралы - улар үҙҙәре. Төштәң һуң егеттәр күләмле тәртипһеҙлек, рөхсәтһеҙ митингтар ойоштороусыларҙы тынысландырыу алымдарын камиллаштыра.
Был күренештән күптәрҙең тәртип боҙоу теләге кәмере билдәле. Шулай ҙа беҙҙең маҡсат ҡурҡытыу түгел, ти егеттәр.
Хәҙер инде Рәсәй гвардияһының Башҡортостандағы  мобиль отряды егеттәре тотош ил буйынса командировкаларға ла йөрөй. Уларҙы ҡыҙыу нөктәләргә, күләмле сыуалыштар барған ерҙәргә йыш оҙаталар. Баш ҡалалағы бер генә футбол, хоккей һәм башҡа спорт саралары ла махсус тәғәйенләнеш отряды хәрбиҙәренән тыш үтмәй. Беҙ уларҙы бәлки, күрмәйбеҙҙер ҙә, ә улар һәр ваҡыт йәмәғәт именлеге һағында алғы һыҙыҡта.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика