Хәүефһеҙ тәгәрмәс

Хәүефһеҙ тәгәрмәс 28.05.2015

Благовещен районында йәш инспекторҙарҙың 43-се республика слеты башланды.

«Зарница» балаларҙы һауыҡтырыу үҙәгендә Башҡортостан район-ҡалаларынан 64 команда йыйылды. Һәр командала дүрт уҡыусы. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен яҡшы белеүҙәрен иҫбатлау өсөн балалар ҡала урамдары буйлап велосипедта йөрөнө. Бәйгенең бер өлөшө табипҡаса ярҙам күрһәтеү тураһында белемде тикшереү булды. Сараның иң ҡыҙыҡлы мәле - ижади конкурс. Балалар уға етди әҙерләнгән. Был этап бәйгене берҙәмлек һәм дуҫлыҡ байрамына әйләндерҙе.
Хәүефһеҙ тәгәрмәс слеты ике көн дауам итә. Еңеүсе команда «Хәүефһеҙ тәгәрмәс 2015» кубогын аласаҡ. Улар шулай уҡ быйыл Краснодар ҡалаһында Рәсәй кимәлендә уҙасаҡ конкурста республика данын яҡлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку