"Хәүефһеҙ ҡала" 26.07.2016

Республиканың баш ҡалаһында барлыҡ ашығыс оператив хеҙмәттәр бәйләнешен тәьмин итеүсе "Хәүефһеҙ ҡала"  системаһын артабан үҫтереү һәм камиллаштырыу дауам итәсәк.

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов министарҙар кабинеты ағзалары ҡатнашлығында профилле кәңәшмәлә белдерҙе. "Хәүефһеҙ ҡала" системаһы Өфөлә 10 йыл элек индерелгәйне.  Төбәк башлығы билдәләүенсә, был системаға ҡараған органдарҙың берлектә эш итеүен яҡшыртыу зарур.  Ә был инде төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен ваҡытында бөтөрөү генә түгел, уларҙы алдан иҫкәртеү мөһимлеген дә аңлата.  Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Өфө күгендәге төтөн темаһын да күтәрҙе. Мәғлүм булыуынса, күп кенә псевдобелгестәр был теманы үҙ мәнфәғәттәрендә файҙалана һәм уның ысынбарлыҡҡа тап килмәгән сәбәптәре хаҡында имеш-мимештәр тарата башланы. Рөстәм Хәмитов уларҙың ҡылығын енәйәткә тиңләне һәм халыҡ араһында ҡотҡо таратыусылар менән тәртип һаҡлау органдары шөғөлләнәсәк тип билдәләне. Баш ҡалала бөгөн төтөндө ел тарата бирҙе, шулай ҙа ҡайһы бер райондарҙа ул әле күҙәтелә.  Республика башлығы әйтеүенсә,  төтөн хәүефле түгел, унан халыҡҡа бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай, хәл тулыһынса экология министрлығы күҙәтеүе аҫтында ҡала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика