«Кескәйҙәр стартҡа!» Өфөлә иң бәләкәй спортсыларҙың чемпионаты үтәсәк 23.08.2016

Унда ете айлыҡтан ике йәш ярымға тиклемге балалар  имгәкләп һәм йүгереп уҙыша. Һәр бала үҙенең йәш категорияһында сығыш яһай. Сара ғаилә байрамына әйләнер тип көтөлә.

Бәләкәс Ләйсән уйын рәүешендә күнегеүҙәр эшләй. Ул  әсәһе менән бергә тәүге ярышҡа әҙерләнә.    
Баһалама ағзалалары тиҙлекте, баланың һәләтен генә тикшереп ҡалмай. Ә кейемәрҙең үҙенсәлеклегенә лә иғтибар итә. Конкурста шулай уҡ көйәрмәндәрҙең дә әүҙемлеге иҫәпкә алына. Шуға Әминә Тажетдинова ҡыҙының физик әҙерлеге менән көйәрмән - ғаилә командаһына форманы ла хәстәрләй.
Был чемпионатта һәр бала үҙенең йәш категорияһында сығыш яһаясаҡ. Иң бәләкәй ҡатнашыусыларҙың маҡсаты - 6 метрҙы иң беренсе булып мүкәйләү. Ә өлкәнерәктәргә - 10 метрлыҡ араны тиҙлеккә йүгереп финишҡа етеү.
Елена Садиҡова, «Комсомольская правда-Өфө» нәшриәт йорто мөхәррире: «Баһалама ағзалары секундомерҙар менән бөтәһен дә иҫәпләйәсәк. Пьедестал да, миҙалдарҙа ысын буласаҡ. 7 айлыҡ сабыйҙарҙың ярышта ҡатнашып, чемпион булырға, миҙал алырға, телевидение, гәзиттәрҙә күренергә мөмкинлеге бар».
Икенсегә үткәреләсәк «Кесәкәйҙәр стартҡа» чемпионатында ҡатнашырға быйыл йөҙләп кеше теләк белдергән. Конкурсҡа теркәлеү шарттары менән  «Комсомольская правда» сайтында танышырға мөмкин. Иң бәләкәс етеҙҙәр һәм отҡорҙар үҙ-ара уҙышҡа 28 августа сыға. Күләмле сара йылдағыса матур ғаилә байрамына әүрелер, тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика