Кешенең йәмғиәт алдындағы фиҙаҡәр хеҙмәтенә - хөрмәт билдәһе

Кешенең йәмғиәт алдындағы фиҙаҡәр хеҙмәтенә - хөрмәт билдәһе 30.05.2015

Баймаҡ районының  Сәйғәфәр ауылында   халыҡты аң-белемгә әйҙәүсе, тәүге мәктәп директоры Кинйәбай Аҙнабаевтың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ  асылды.  

Халҡыбыҙҙа  шәхестең  исемен мәңгеләштереү, уның хѳрмәтенә һәйкәл, йәиһә таҡтаташ асыу кеүек күркәм традициялар йәшәп килә.  Ихтирам күрһәтеү, киләсәк быуынға ѳлгѳ рәүешендә башҡарыла бындай эштәр.  Сәйғәфәрҙәр ҙә үҙҙәренең билдәле шәхесен онотмай.  Илем, халҡым тип янып йәшәгән, барыһын да аң-белемгә әйҙәгән  Кинйәбай Аҙнабаевҡа таҡтаташ асыу быға асыҡ дәлил. Ул   сығышы менән  Ейәнсура районынан.  Йүнәлтмә буйынса Баймаҡ яҡтарына эшкә килеп, был төбәктәге   ауыл халҡы менән наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәшә, төрлө саралар үткәрә лә инде. 1937 йылда Һаҡмар  башланғыс мәктәбенә нигеҙ һала  һәм был белем усағының  тәүге директоры, ә ҡатыны Лиза  тәүге уҡытыусыһы  була.  4 йыл   эсендә, бик күп эштәр башҡара улар. Бөгөндә  уның хеҙмәтен  ауылдаштары онотмай.  7 балаһының 4-һе  лә ата-әсәһенең юлын һайлай.
Мәктәп бинаһында ҡуйылған таҡтаташ ауыл һәм уның шәхестәренең тарихын иҫкә төшөрөп тороусы  бер аманат буласаҡ,- ти сәйғәфәрҙәр.
1988 йылда ауылда   Һаумыһығыҙ, ауылдаштар! Һәм мәктәпкә    50 йыл тулыуға  арналған сараларҙа Кинйәбай Аҙнабаев  үҙе  ҡатнаша.  
Кинйәбай Аҙнабаев  нигеҙ һалған   мәктәп  урынына, 1985 йылда яңы бина төҙөлә.  Әле был белем усағында 80-дән ашыу уҡыусы белем ала.  Ил өсөн ауыр замандарҙа эшләп,  үҙенең артынан яҡты эҙ ҡалдырған Кинйәбай Аҙнабаев тураһындағы хәтирәләр ауылдаштары, уның яҡындары,  уҡыусыларҙың күңелендә оҙаҡ һаҡланыр.
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку