Кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмеренә ҡаршы ҡылынған меңгә яҡын айырыуса ҡаты енәйәт асыҡланған

Кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмеренә ҡаршы ҡылынған меңгә яҡын айырыуса ҡаты  енәйәт асыҡланған 11.02.2015

Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барланы.

Тәфтишселәр былтыр ғына 26 меңдән ашыу эш тикшергән. Һөҙөмтәлә өс меңдән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уларҙы асыҡлау күрһәткестәре лә башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, яҡшыраҡ. Ведомство хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һуңғы арала өлкәндәрҙең балалар ғүмерен ҡыйыу осраҡтары йышайған.
Тәфтишселәр коррупция менән көрәшкә лә етди иғтибар бүлә. Комитет былтыр ришүәтселек күренештәре буйынса ете йөҙҙән ашыу эш алып барған.  Уларҙың 150-һе судҡа тапшырылған. Коллегия ултырышында киләһе йылға маҡсаттар ҙа билдәләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку