Кешегә күпме ер кәрәк йәки  ни өсөн халыҡтың  пай ерҙәренә хоҡуғы боҙола? 21.07.2015

Кушнаренко районының Шәрип ауылы халҡы ғәҙеллек талап итә.  Күп йылдар  колхозға эшләп  хаҡлы ялға сыҡҡан өлкәндәрҙең  закон буйынса таратылып биргән  пайҙары  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ҡарамағына күскән.

Ә   Кушнаренко районының Шәрип ауылында йәшәүселәрҙең  пай     ерҙәрен бөтөнләй тартып алғандар.
2009 йылда районда «Салауат» ауыл хужалығы кооперативы тарҡатылғас,   уға ҡараған ерҙе  365 кешегә бүлеп биргәндәр. Һәр кемгә ете гектарҙан ашыу ер тура килгән.  Йөҙҙән ашыу  пайҙы  яуаплылығы сикләнгән «Агри»    йәмғиәте ҡуртымға алған. Халыҡҡа ер  хаҡындағы  танытманың  күсермәһен генә  таратып биргәндәр. Тағы ла өс йылдан  пай ерҙәрен ҡуртымға алыусы йәмғиәт вәкилдәре  ышаныс ҡағыҙын оҙайтыу тураһында документтар  әҙерләгәндә халыҡтан  ерҙе һатыу-һатып алыу тураһындағы килешеү өсөн  имза  йыйғандар. Уны-быны аңлап өлгөрмәгән  халыҡ күрһәткән урынға ҡул ҡуйған.
Быйыл яҙ айында пай ерҙәре тотошлай «Агри» хужалығы ҡарамағына  күскән. Халыҡ фекеренсә,  ойошма етәксеһе 2015 йылдың беренсе ғинуарында ғәмәлгә ингән «Ер тураһындағы» законға таянып эш иткән. Үҙҙәре лә һиҙмәҫтән ерҙәренән ҡолаҡ ҡағыуы тураһында халыҡ   быйыл   июль  башында ғына белеп ҡалған. Был хаҡта алдан бер кемгә лә әйтелмәгән.
Беҙ телефон аша «Агри» хужалығының директоры менән дә бәйләнешкә индек. Уның әйтеүенсә, 2009 йылда уҡ ышаныс   ҡағыҙында   ерҙе ҡуртымға алыусының уны    һатыу-һатып алыу мөмкинлеге күрһәтелгән.
Документҡа ҡул ҡуйғанда иғтибарлы булыу кәрәк шул. Ә ете ярым гектар өсөн һәр кемгә хужалыҡ ун мең аҡса биргән. Ер  өсөн көрәш башлана ғына әле. Беҙ был ваҡиғаны күҙәтеп барасаҡбыҙ.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика