Кешегә файҙа килтереүсе бал ҡорттары менән күрше йәшәү күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра

Кешегә файҙа килтереүсе бал ҡорттары менән күрше йәшәү күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра 30.07.2015

Башҡортостандың ауыл хужалығы ойошмаларында 353 мең  баш, шәхси хужалыҡтарҙа 15 меңдән ашыу һәм халыҡта 300 меңдән ашыу умарта ҡорттары иҫәпләнә. Кешегә файҙа килтереүсе бал ҡорттары менән күрше йәшәү күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт һәм кешеләргә зыян килтереү осраҡтары ла бар.

Ирина Шамил ҡыҙы Яруллина был нигеҙҙә 25 йыл ғүмер кисерә. Улар  егерме биш йыл дауамында бал ҡорттары аҫраусы күршеһенең боронғо кәсеп менән шөғөлләнеүенә ыңғай ҡараған.

Ирек Миңлеәхмәтов бал ҡорттарын  ике тиҫтә  йылдан  ашыу тота. Күстәре лә ишле. Беҙгә уларҙың һаны  хаҡында тулы мәғлүмәт бирмәне. Умартасы  күршеләренә тулы тормош менән йәшәргә ҡамасаулаған йән эйәләрен ситкәрәк күсерергә теләмәй.  Ирек Миңлеәхмәтов бал ҡорттары өсөн махсус рәүештә йүкә ағастары үҫтергән.

Күрше йорттарҙың хужалары ла бал ҡорттары менән бәйле ваҡиғаларҙы шатланып һөйләмәй. Һәр береһенең үҙ тарихы.

Дүртөйлө районы Мәҫкәү ауылы хакимиәте етәкселеге бал ҡорттары ҡуҙғыу арҡаһында килеп тыуған проблема хаҡында хәбәрҙар.

Башҡортостандың ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе хеҙмәте етәксеһе исеменә лә шәхси хужалыҡтарҙа бал ҡорттарын тәрбиәләү тәртибе боҙолоуға бәйле бик күп мөрәжәғәттәр  килә.

Умартасылыҡ өлкәһендә закон бал ҡорттары тотоусыларҙы ла, улар менән күршеләш йәшәүсе халыҡты ла яҡлай кеүек. 410 -се законда ауыл, баҡса биләмәләрендә бал ҡорттары кешегә хәүеф тыуҙырмаҫлыҡ  ун метр алыҫлыҡта урынлаштырылырға һәм  ветеринар-санитар талаптар үтәлергә тейеш тип яҙылған. Умарталыҡтың дәүләт ветеринар-санитар паспорты булыуы ла мотлаҡ. Ошо талаптар үтәлгәндә, бал ҡорттары хужаһы үҙенең умарта ҡарауы һәм бал һурҙырыуы хаҡында алдан хәбәр итһә, Мәҫкәү ауылындағы кеүек күңелһеҙ ваҡиғалар һирәгерәк теркәлер ине.  

Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку