Кеше ғүмерен ҡыйыусы контрафакт продукция

Кеше ғүмерен ҡыйыусы контрафакт продукция 04.12.2015

Бөгөн Өфөлә сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре тарафынан легаль булмаған спиртлы продукция һатҡан сираттағы нөктә асыҡланды. «Йүнселдең» ҡулында акциз маркалары ла, лицензия ла  юҡ. Һуңғы ваҡытта ялған продукция сауҙаһының сосайыуы күҙәтелә. Был етеп килгән Яңы йыл байрамдарына бәйле, ти белгестәр.

Һатып алыусыларҙың маҡтап-маҡтап араҡы алыуҙарына иҫең китерлек. Бер ниндәй акциз маркаһы булмаған, баҙар хаҡынан ике тапҡырға арзанға тәҡдим ителгән спиртлы продукция бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай, ахыры. Араҡыны күмәртәләп һатып алыусыларға акция ла ҡаралған - өйгә тиклем бушлай илтеп ҡуйыу.
Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Тап легаль булмаған спиртлы эсемлек арҡаһында күптәрҙең ғүмере өҙөлә. Миҫалды оҙаҡ эҙләргә кәрәкмәй. Аҙна-ун көн элек Красноярскиҙа тиҫтәләрсә кеше суррогаттан ағыуланып дауаханаға эләкте. 11 кешенең йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Баш ҡала үҙәк урамдарының береһендә «Ҡаҙағстан продукцияһы»  исеме аҫтында асылған сауҙа нөктәһенән дә кеше өҙөлмәүе күҙгә салына. Иртән тип тормай, кис тип тормай һыу буйы сират. Имеш, был нөктә өс аҙна элек эшләй башлаған. Сауҙа лицензияһыҙ, бер ниндәй акциз маркаһыҙ бара. «Йүнсел»дең административ яуаплылыҡҡа тарттылыуы ихтимал. Шулай уҡ штраф һалыу һәм продукцияны тартып алыу ҡаралған.
Камил Ғәлиев, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары:  «Әлеге суррогат алкоголь продукцияһын һатып алыусылар үҙенең, яҡындарының һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя. Әгәр Ҡаҙағстан продукцияһы легаль юлдан индерелә икән, ул акциз маркалы булырға тейеш. Ул бер  нисек тә  99, йә 120 һум була  алмай, тимәк, эсемлек ялған».
Әйткәндәй, контрафакт алкоголь бөгөн Рәсәй баҙарының өстән бер өлөшөн биләй. Ул көмөшкә ҡыуыусылар, ыуыныу өсөн ҡулланылған спиртлы шыйыҡсалар һәм Ҡаҙағстан араҡыһы тип һатылған эсемлек. Һуңғыһын республика кибеттәрендә йыш осратырға итергә мөмкин. Көрәш нисек кенә алып барылмаһын, барыбер «йүнселдәр» еңел аҡса артынан ҡыуа. Быға хатта, кеше ғүмеренә зыян күреүе лә кәртә була алмай. Әйткәндәй, әлеге «йүнселдең» эшмәкәрлеге сауҙа комитеты хеҙмәткәрҙәренә яҡшы таныш. Иҫәпһеҙ штраф һалыуҙарына ҡарамаҫтан, ул ҡаланың йә бер, йә икенсе осонда кибет булдыра. Тимәк, был осраҡта закондың бик үк көслө булмауын аңларға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика