Кеше ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған ҡаршылыҡ

Кеше ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйған ҡаршылыҡ 28.01.2016

Баш ҡаланың Степан Злобин урамындағы 22-се йортта йәшәүселәр ихата алдына ҡуйылған шлагбаум арҡаһында ашығыс ярҙам хеҙмәтен көтөп ала алмай. Уны алып ташламаһағыҙ бөтөнләй килмәйәсәкбеҙ, ти тә ҡурҡыталар. Ә бит йортта медицина ярҙамына мохтаж оло йәштәгеләр бихисап. Пенсионерҙар шлагбаумды ҡәһәрләп бөтә алмай, ә автомобилдәре булған йәштәр уны  көн талабы, ти.

Елена Вербицкая ҡайһы  саҡта көнөнә ике тапҡыр ашығыс ярҙам сыҡырырға мәжбүр. Тормош иптәше Роман Каземирович беренсе төркөм инвалиды. Ләкин һуңғы арала медицина хеҙмәткәрҙәре бик һуңлап килә башлаған. Хатта, бөтөнләй килмәйәсәкбеҙ, тип тә ҡурҡыталар.
Елена Вербицкая, Степан Злобин урамы, 22-се йортта йәшәүсе: «Иптәшемдең хәле ауырайғас, ашығыс ярҙам саҡырттым. Ә улар юҡ та, юҡ. Баҡтиһәң, шлагбаум алдына килгәндәр ҙә көтөп тик ултырғандар. Ә мин асырға сыға алмайым. Табип та оло йәштә ине. Минең дә аяҡтарым ауырта, йәйәүләп йөрөмәйем. Шлагбаумды алмаһағыҙ, башҡа беҙҙе көтмәгеҙ тине».
Йортта медицина ярҙамына мохтаждар байтаҡ. Оло йәштәгеләр ишек алдына такси ҙа саҡырта алмай интегә икән. Ғөмүмән, шлагбаум ҡуйыуҙары беҙҙең өсөн баш бәләһенә әйләнде, ти пенсионерҙар.
Автомобилдәре булғандар ҡырҡа  кире ҡарашта. Күрше йорттар менән  сикләшмәй тороп, ихатала тәртип урынлаштырыу мөмкин түгел, тип һанай улар.
Вадим Зәйнетдинов, Степан Злобин урамы, 22-се йортта йәшәүсе: «Күрше йорттарҙа йәшәүселәр машиналарын беҙҙең ихатала ҡалдыра. Ҡайһы саҡта үтерлек тә урын да ҡалмай торғайны. Шул уҡ ашығыс ярҙам да , янғын һүндереүселәр ҙә  инерлек түгел ине. Хәҙер ҡарағыҙ ниндәй иркенлек һәм тәртип».
Шлагбаумды машиналары булған йәшерәк ғаиләләр үҙ аҡсаһына ҡуйҙыртҡан. Уны күтәреп төшөрөүсе пультты ла үҙ-ара бүлешеп алған. Тик бына махсус хеҙмәттәр килгән осраҡта ҡапҡаны асып ултырыусы вахта ойошторорға ғына онотҡан. Консьерж булыуы - шлагбаум урынлаштырыу өсөн  төп талаптарҙың береһе.  Ләкин йорт советы ағзалары был етешһеҙлекте яҡын арала хәл итәсәкбеҙ тип вәғәҙәләй.
Афина Прокофьева, йорт советы ағзаһы: «Шлагбаум ҡуйыуға ыңғай ҡарашта булыусылар йортта алтмыш проценттан ашыу ине. Ҡала хакимиәте лә рөхсәт бирҙе. Әгәр ашығыс ярҙам бик үтергә теләһә, уны ҡул менән дә күтәреп була. Бер ҡыйынлығы ла юҡ. Өҫтәүенә, пульт алмаусыларға телефон номерҙары таратып бирҙек. Уның буйынса шылтыратып шлагбаумды астырырға мөмкин. Тиҙҙән сигналдарҙы алыҫтан ебәреүсе ретранслятор  ҡуйып оло йәштәгеләргә пульт тапшырасаҡбыҙ. Хатта, үҙ аҡсабыҙға эшләтергә әҙербеҙ».
Был ниәттәрҙең ҡасан тормошҡа ашырылыры билдәһеҙ. Ул арала шлагбаум кеше ғүсмерҙәре һәм медицина ярҙамы араһында кәртә булып тора бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика