Кемдең йорто иң күркәме?

Кемдең йорто иң күркәме? 09.06.2017

Өфөлә «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса иллеләп еңеүсе билдәләнде.

Бына минең бында барбаристарым, яратҡан ландыштарым, тағы ла бик күп пиондарым бар. Баш ҡаланың Октябрь проспектында йәшәүсе Римза Сәйфетдинова  ихатаны гөл-сәскәләргә күмгән. Юҡҡа ғына ул йәшәгән күп ҡатлы йорт иң яҡшыһы тип табылмаған. Торлаҡ эстән дә, тыштан дә күркәм булһын өсөн фатир хужалары һалған көс, тырышлыҡ күренеп тора.  
Беҙ  был һөҙөмтәгә ирешер өсөн 15 йыл тырыштыҡ. Ҡыйыҡты яңырттыҡ, ағас тәҙрә рамдарын пластикка алыштырҙыҡ. Подъезд иҙәндәренә плита түшәнек.
Ремонт саралары бик күп сығымдар талап итә. Йорт комитеты рәйесе әйтеүенсә, төҙөкләндереү эштәре милекселәрҙең уртаҡ көсө менән башҡарыла. Газондар ҙа  кәртәләнгән. Киләсәктә тамбур ишеген алмаштырыу ҙа күҙаллана.  
Бер йыл элек йорт тирәләй видекамералар ҡуйырға кәрәк  тигән ҡарарға килдек. Сөнки почта йәшниктәре, башҡа төр бәләкәй хулиганлыҡтар ҡылынмаһын өсөн был ҡала мөхитендә тәү бурыс. Ниәтебеҙгә ирештек, эргә-тирәлә тыныс.
Урамда һәм подъезд эсендә торған камералар фатирҙа йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә. Һәр кем өйҙә генә ултырып тышты күҙәтә ала. Видеояҙманы Ер шарының теләһә ҡайһы нөктәһенән ҡарарға мөмкин.    
96 йәшлек Нәғимә Латипова хәүефһеҙ һәм уңайлы фатирҙа йәшәүенә һөйөнөп бөтә алмай. «Йәшәү шарттары яҡшы, ихата матур, тирә-яҡ таҙа, йорт тирәләй тәртип боҙоп йөрөүселәр юҡ», - ти йөҙйәшәр ҙә.
Иҫеректәр йөрөмәй, хулигандар йөрөмәй, алама һүҙ һөйләмәйҙәр, ишеткәнебеҙ ҙә юҡ, зарланған кеше юҡ, Аллаға шөкөр, һәйбәт, ныҡ һәйбәт.
Күркәм йорттар баш ҡалабыҙ йөҙөн билдәләй, сағыу, заманса биҙәк өҫтәй. Өфөлә конкурста ҡатнашҡан иллегә яҡын йорт өлгөлөләр иҫәбендә.  Олеся Муллайәнова ла үҙе йәшәгән торлаҡ менән хаҡлы ғорурлана ала.
Олеся Муллайәнова, Кадомцевтар урамы 26-сы йортта йәшәүсе: «Беҙҙең йорт матур, төҙөк. Эргәләге ағастарға сыйырсыҡ оялары ҡуйылған. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары бар».
Конкурс еңеүселәренә диплом, рәхмәт хаттары, 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырылды. Был сумма төҙөкләндереү эштәренә тотоноласаҡ. Милекселәр ҡарары нигеҙендә, уның 10 проценты йорт комитеты рәйесенә премия итеп бирелеүе лә ихтимал.
Елена Соколова, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  министрлығы  бүлеге етәксеһе: «Хөкүмәт раҫлаған тәртипкә ярашлы, йорттарҙы баһалау критерийҙары бар, йәғни емереклектәр, дөйөм күренеште боҙған урындар булмаҫҡа тейеш. Бынан тыш, йортта йәшәүселәрҙең коммуналь түләүҙәр өсөн бурысы булмауы шарт».
Ғәҙәттә, «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсына ғаризалар апрель урталарына тиклем ҡабул ителә. Конкурс йыл һайын үткәрелә. Тимәк, Өфөлә йәшәүселәр бөгөндән үк киләһе йыл уҙғарыласаҡ бәйгегә әҙерләнә ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика