Кем өсөндөр Башҡортостандың иң төпкөл мөйөшө, ә икенселәргә яңы донъя - һыу аҫты батшалығы башланған урын

Кем өсөндөр Башҡортостандың  иң төпкөл мөйөшө, ә икенселәргә  яңы донъя - һыу аҫты батшалығы башланған урын 07.04.2015

Республикабыҙҙың иң тәрән һыу ятҡылыҡтарының береһе Саруа күле был ялда дайверҙар мәккәһенә әйләнде.

Республикабыҙ  меңдәрсә туристарҙы йәлеп итер тәбиғи һәйкәлдәргә, серле-мөғжизәле урындарға бай төбәк. Нуриман районындағы Саруа күлен дә  Рәсәй дайверҙары үҙ итә.
Күлдең ер аҫты донъяһы бынан ун өс йыл элек асыла.  2002 йылда «Рус дайвингы» тип аталған Мәскәү һыу аҫты спорты клубы ағзалары Игорь Галайда, Андрей Быков һәм Роман Прохоровтар тәүгә күл төбөнә төшөп, ундағы һыу аҫты мәмерйәһенең осона барып етә. Ошо ваҡиғанан һуң, илле метрлыҡ тәрәнлектә билдәләнеү һәр дайверҙың маҡсатына әүерелә. Һуңғы йылдарҙа ғына Саруаның тәрәнлеген тиҫтәләп дайвер үлсәп ҡараны. Башта урындағы  халыҡҡа гидрокостюм кейгән кешеләрҙе күреү сәйер тойлһа ла, хәҙер дайвинг һүҙенең төшөнсәһен бында балалар ҙа аңлай.
Мәмерйә дайвингы буйынса Өфө инструкторы Николай Назаровтың төркөмөндә бөгөн бер нисә курсант-селеолог иҫәпләнә. Ер өҫтө мәмерйәләрен тикшереүҙә оҫтарған егеттәр һыу аҫтындағыларын  өйрәнеүгә күсмәксе.  
Саруала синтепон менән йылытылған һыу аҫты костюмында йөрөгәндә лә өшөтә, сөнки һыуҙың температураһы дүрт градус ҡына. Әммә бәрҙеләр өсөн был күл торғаны ожмах, тиҙәр. Һалҡын ағымды үҙ иткән балыҡтар һуңғы йылдарҙа күҙгә күренеп үрсегән. Яҡшы туҡланыу базаһы, таҙа һыу һәм браконьерҙар һөжүменән алыҫ булыу бәрҙеләрҙең артыуына килтергән. Балыҡтар тормошон күҙәтеүҙән ләззәт алыусы дайверҙар өсөн дә күл төбөнә төшөү ҡыҙыҡлыраҡ була бара.
Миләүшә Ҡаһарманова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку