"Кеҫәгә һуҡҡан" һыуытҡыс 29.07.2015

Баш ҡалала йәшәүсе Шрайнерҙар ғаиләһе Өфөләге "Корпорация үҙәге" магазинынан көнкүреш техникаһын процентһыҙ бүлеп түләүгә алып, икеләтә ҡиммәт хаҡ ҡайтарырға бурыслы булып сыҡҡан. Ә һыуытҡысты магазин ғаиләгә тапшырмаған. Шуға ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәр техника өсөн түләүҙе талап итә. Мәсьәләнең асылына төшөнөү маҡсатында беҙҙең ижади төркөм магазинға юлланды. Тик эш баш менеджерҙың һаҡ хеҙмәтен саҡырыуҙан башланды.

Магазинға күтәреләбеҙ. Бер-бер артлы теҙелгән һыуытҡыстар. Андрей Шрайнер әйткәнсә, техниканың һәр ҡайһыһында өс хаҡ күрһәтелгән. Тәү ҡараштан уҡ йәлеп иткән ҡап урталағы сумма, кешене тоҙаҡҡа эләктерә лә инде, ти ул. Ә бер яҡ мөйөштә бәләкәй шрифта бүлеп түләү хаҡы күрһәтелгән. Отошло һатып алыу тураһындағы рекламаларҙың магазинда иҫәбе-һаны юҡ. Ә ысынында иһә ике йылға тиклем бүлеп түләүгә алыу, икеләтә хаҡты ҡайтарыуҙы аңлата. Тик һатып алыусылар быны документҡа ҡул ҡуйғас ҡына аңлай.

Һатып алынған әйберҙән баш тартыу рәсмиләштерелгән. Андрей әйтеүенсә, тауар келәттән дә ҡуҙғатылмаған. Тик шуға ҡарамаҫтан, магазин хеҙмәткәрҙәре техника өсөн хаҡ түләүҙе һорай. ,,Корпорация үҙәге"нең төп офисынан хаҡ оҡшамағанға ғына килешеү өҙөлмәйәсәген белдерелгән яуап килгән. Юристар быны һатып алыусыларҙың хоҡуғын боҙоу менән аңлата.

Килеп тыуған мәсьәләнең асылына төшөү маҡсатында магазин етәкселегенә мөрәжәғәт иттек. Тик ,,Корпорация үҙәге" директоры Максим Малютин журналистар менән һөйләшеүҙән баш тартты. Быға өҫтәп сауҙа залын бушатыуҙы ла һораны. Бер ниндәй аңлатыуһыҙ һаҡ хеҙмәтен саҡырҙы.

Интернет селтәрҙәрендә был магазин бигүк яҡшы тип телгә алынмай. Әлеге осраҡ та тәүгеләрҙән түгел. Андрей Шрайнер үҙ хоҡуҡтарын яҡлауҙы һорап судҡа мөрәжәғәт иткән. Ә инде был уңышһыҙ әйберҙе һатып алыу уны магазиндарға йөрөү өмөтөнән дә төңөлдөрҙө.

Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика