Каска кейеп йөрөр мәл етте

Каска кейеп йөрөр мәл етте 15.01.2015

Быйыл ҡышты аномаль, тип атарға мөмкин. Һуңғы көндәрҙә епшек ҡар яуып, һауа температураһы ике-өс градусҡа тиклем йылытты. Йорт ҡыйыҡтарында боҙбармаҡтар, ҡар өйөмдәре хасил булды. Уларҙың  ишелеп төшөү ихтималлығы тәү сиратта  кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра. Әммә ләкин ҡайһы бер идарасы ойошма етәкселәре хәүефһеҙлек сараларына тейешле иғтибар  бирергә ашыҡмай.

Билдәле кинолағы герой һымаҡ халыҡты иҫкәртеп тороусы кеше юҡ бөгөн. Өфө ихаталарында ҡыйыҡтарҙан ишелгән ҡарҙан өйөмдәр хасил булған. Хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙың ҡайһы берҙәре ҡурҡыныс урындарҙы махсус таҫма менән уратырға күнекһә лә, мәңге ҡайҙалыр ашығыусы халыҡ өсөн был ғына кәртә була алмай. Сөнки уларҙың күбеһе баштарында бәлә мине урап үтер әле тигән яңылыш фекер йөрөтә. Баш ҡала үҙәгендәге был урамда, ҡар ишелеүенән тиҫтәгә яҡын машина зыян күргән. Вадим Ғәлимов, зыян күреүсе: «Машинаны ҡуйырға урын булмағанлыҡтан, ошонда ҡалдырып эшкә киттем. Сыҡһам иҫем китте. Автомобилгә ҡар ишелгән, тәҙрәләре сатнаған. Бынан тыш, бер ун биш минуттан ҡыйыҡтың мөйөшөнән ҙур ҡар өйөмө ишелеп төштө. Ярай машинаны төҙәтеп була, ул тимер. Ә ҡар үҙеңде ҡаплаһа».... Борсолоу урынлы... Өфөнөң Дим биҫтәһендә лә йорт эргәһенән үтеп барған үҫмер ҡыйыҡ башын таҙартыусыларҙы күрмәй. Малайҙың өҫтөнә ҡар ишелә. Ҡыуанысҡа, ул йәрәхәтләнмәй. Зыян күреүселәр йыш ҡына ғәйеплене суд аша эҙләргә мәжбүр. Сөнки бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән хәлдә лә ойошмалар яуап бирергә ашыҡмай. Шулай ҙа белгестәр әйтеүенсә, теркәлгән барлыҡ фажиғәләрҙә лә ҡарҙы таҙартмаусылар ғәйепле тип танылған. Бәлә аяҡ аҫтында. Был көндәрҙә һәр кем ҡыйыҡ башына ҡарап йөрөргә тейеш. Сөнки һуңғы көндәрҙең берсә йылытып, берсә һыуытып тороуы оло хафаға килтереүе ихтимал. Бер үк ваҡытта водителдәргә лә автомобилдәрен ҡары таҙартылмаған биналарҙан ситкәрәк ҡуйыу хәйерле. Бындай ҙурлыҡтағы боҙбармаҡтарҙы төрлө ойошмалар ҡыйыҡтарында күрергә мөмкин. Уларҙың ишелеп төшөүе үтеп барыусылар өсөн аяныслы булыуы ихтимал. Республикала һуңғы йылдарҙа ғына ҡыйыҡтан боҙ төшөү арҡаһында бер-нисә кешенең ғүмере өҙөлде. Үҙенең хәүефһеҙлеге өсөн тәү сиратта һәр кем үҙе яуаплы. Шуға ла бигерәк тә көндәр ҡапыл йылытҡанда һәм башҡа ваҡытта ла йорт-биналар эргәһендә һаҡ булырға кәңәш ителә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку