Канализация тығылыуы һөҙөмтәһендә  фатир эсен бысраҡ һыу баҫты 21.08.2014

Баш ҡаланың Октябрь проспекты урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәүсе 76 йәшлек Алла Болотова өйөндә  галушта йөрөргә мәжбүр. Һыу ҡайтыуын, ҡайтҡан да ул, ә әсе еҫте бөтөрөп булмай.

Был хәл инде дүртенсе ай дауам итә. Алла Прохоровна канализация һыуының фатирға үтеп инеүе тамам үҙәгенә үткән. Ванна бүлмәһенән аҙнаһына ике-өс тапҡыр бысраҡ һыу сыға. Уның хатта ярты метрғаса күтәрелгәне лә булды, ти ханым. Канализациялағы тығындан күтәрелгән һыу арҡаһында торлаҡтағы барлыҡ йорт йыһаздары ла зыян күргән. Иҙәндәр ҡупҡан, стеналар күгәрә башлаған. Был күренешкә ҡарап ханым үҙен дарыуҙар менән генә тынысландыра. Ошоға оҡшаш хәл күрше фатир хужаларында йонсота.
Олег Кузьмичев, зыян күреүсе: «Дөрөҫөн әйткәндә, арыным мин был хәлдән. Һуңғы ярты йыл эсендә ул аҙна һайын ҡабатлана. Бигерәк тә эштән ҡайтыуға фатирҙағы бысраҡ һыуҙың ҡаршы алыуына ҡот алынырлыҡ».
28-се торлаҡ файҙаланыу участкаһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бар ғәйеп өсөнсө ҡаттағы 91-се фатир хужаларында. Торлаҡты улар тәүлегенә ҡуртымға тапшыра. Канализациялағы тығын да тап ошо фатирҙа. Торбаға эләккән ябай ҡағыҙ киҫәге лә ҙур мәшәҡәт тыуҙырыуы ихтимал, ти белгестәр.
Денис Васильев, 28-се торлаҡ-файҙаланыу участкаһы мастеры: «Фатир тәүлек әйләнәһенә төрлө кешегә ҡуртымға бирелә. Ваҡытлыса йәшәүселәр булған сүп-сарҙарын канализацияға ташлай. Һөҙөмтә лә тығын тап аҫҡы ҡатҡа тура килә. Мастерҙарҙың көн дә торбаларҙы таҙартып йөрөүенән тамам арыны. Алдағы көндәрҙә был фатирҙы пломбалау күҙ уңында тора».
Әлегә фатир ҙа бикле, хужалар ҙа күренмәй. Шулай ҙа яҡын арала улар түбәнге ҡатта йәшәүселәргә килтергән зыян күләмен ҡапламаһа ла, тейешле яуап тотасаҡ, тигән ышаныста ҡала күп ҡатлы йортта йәшәүселәр.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика