Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре

Камиллыҡтың юҡтыр сиктәре 12.12.2014

«Башҡортостан»  дәүләт телерадиокомпанияһының телерадио сәнғәт мәктәп-студияһы ойошторған сираттағы курстар тамамланды. Уға тапшырыуҙар эшләргә һәм алып барырға,телмәр оҫталығына өйрәнеп халыҡ алдында сығыш яһарға  теләүселәр саҡырылды.

Рус һәм башҡорт телендә алып барылған курстарға утыҙға яҡын тыңлаусы йөрөнө. Был дәрестәрҙә  әҙәби телде белеү, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләү, камера алдында тороу һәм микрофон  ҡулланыу нескәлектәренә ҙур иғтибар бирелде.
Былтырғы курстар тел оҫталығына арналғайны.Быйыл инде актерлыҡҡа өйрәнеүгә сират етте. Бөйөк аҡыл эйәләре кешегә ғүмер буйы уҡырға һәм өйрәнергә ҡушҡан. Шуға күрәлер ҙә инде, был курстарҙа уҡыуҙы район һәм ҡала телевиденияһында эшләүселәр ҙә артыҡ күрмәгән.
Эфирҙа эшләү серен йылдар буйына төшөнөргә кәрәк, ти белгестәр. Шуға күрә был эшкә киң ҡараш кәрәк. Остаздар фекеренсә «Театр йә телевидениеға эләккән кеше үҙенең йөҙөн һәм кәүҙәһен эштең төп ҡоралы  тип ҡарарға тейеш».
Айгөл Нурғәлина, курстарға йөрөүсе: «Тормошомдо телевидение менән бәйләргә уйлайым. Был бик ҡыйын, әммә мауыҡтырғыс эш».
Ысынын әйтергә кәрәк, камера һәм микрофон менән эшләү серҙәре уҡыусыларға ябай бирелмәне. Шундай ҙа серле һәм тулҡынландырығыс техника алдында үҙеңде тота белеү һәр кемгә лә бирелмәй.Әммә үҙ эштәренең оҫталары тулҡынланыу мәлдәрен күпкә кәметә алды. Эфир нескәлектәрен улар ентекләп өйрәнде. Һәр бер «шәкерт» үҙен диктор һәм репортер ролендә һынап ҡараны.
Фәнүз Шәмсетдинов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку