Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә

Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә 13.11.2014

Совет заманындағы лозунг йәнә актуаль. Кеше капиталы менән  идара итеү алымдары бөгөн халыҡ-ара форумда ла ҡаралды.  Сөнки кадрҙар сәйәсәтенең төптән  уйланылмауы һөҙөмтәһендә хеҙмәт баҙарында проблемалар  барлыҡҡа килде. Буш вакансиялар эш эҙләүселәргә ҡарағанда өс тапҡырға артып 300 меңгә еткән.  Рөстәм Хәмитов кадрҙар системаһында  асыҡлыҡ, ғәҙеллек индерергә, әшнәлеккә юл ҡуймаҫҡа тәҡдим итте.  

Ярты йыл эсендә йорт йәки ҡунаҡхана  күтәреп ҡуйырға,  ҙур  предприятиеға нигеҙ һалырға мөмкин. Ә бына кадрҙарҙы әҙерләү еңел түгел,   был эш тиҫтәләрсә йылдар талап итә.   Белгестәр мәсьәләһе киләһе йыл Өфөлә үтәсәк  саммиттар алдынан  айырыуса көнүҙәк. Хеҙмәтләндереү кимәле юғары булырға тейеш.
Әҙерлекле кадрҙар хеҙмәтләндереү өлкәһендә генә түгел, медицинала,  сәнәғәт тармағында ла талап ителә. Айырыуса эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур.  Буш вакансиялар иҫәбе 300 мең, ә эш эҙләүселәр өс тапҡырҡа кәмерәк. Тик эшһеҙлек күләме кәмемәй. Тимәк, компания-предприятиеларҙың шарттары йәки хеҙмәт хаҡы  белгестәрҙе  ҡәнәғәтләндермәй, икенсенән хеҙмәт баҙары менән кадрҙар әҙерләү системаһы араһында бәйләнеш юҡ. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әле был өлкәлә эш иҫкесә алып барыла.
Рөстәм Хәмитов кадрҙар системаһындағы  өс проблеманы билдәләп үтте. Тәүгеһе хеҙмәт йәшендәге кешеләр кәмей, тимәк,  белгестәрҙе һәр кем эш табырлыҡ итеп маҡсатҡа ярашлы әҙерләргә кәрәк. Бының өсөн инде  хеҙмәт баҙары менән  белем биреү системаһы араһында  бәйләнеш булырға тейеш. Был тәңгәлдә һөҙөмтәләр менән һирәк кенә уҡыу йорттары маҡтана  ала.
Тағы бер проблема - миграция,  7 процент, йәғни 100 меңдән ашыу  кеше ситтә эшләй. Киләсәктә  белгестәрҙең  үҙебеҙҙә ҡалдырыу маҡсатында шарттар тыуҙырыу талап ителә, тип билдәләнде  форумда. Бының өсөн  төбәктәргә йәш белгестәр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу зарур.  Мәҫәлән, Әбйәлилдәр үҙ студенттары менән  даими осрашып вакансиялар, шарттар менән таныштырып тора.
Әле республикала демография күрһәткесе юғары,  былтыр 60 мең сабый донъяға килгән. Әммә был балалар хеҙмәт йәшенә еткәнсе  кадрҙар системаһында бушлыҡ тыуҙырмау мотлаҡ.Ошо маҡсатта 2018-се йылға тиклем махсус программа ҡабул ителгән.  Уға ярашлы, урта һөнәри-юғары белем биреү йорттары һәм  эш биреүселәр араһында бәйләнеш урынлаштырыу, белгестәрҙе ихтыяжға ҡарап әҙерләү мөһим.   Сөнки белем алып  та эшһеҙ йөрөгәндәр күп булғанда,  хеҙмәт баҙарында хәл яҡшырмаясаҡ. Тағы бер талап-сифат. Үҙ эшенең оҫтаһы  лайыҡлы баһаланырға тейеш.
Хеҙмәт кешеһе, уның аҡыл һәм ҡул көсө иҡтисадты күтәреүсе төп фактор булып тора. Әммә әлеге ваҡытта был ҡеүәт һөҙөмтәле һәм заман талабына ярашлы файҙалана тип әйтеп булмай. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә,  кадрҙар системаһына яңыса ҡараш талап ителә. Сөнки әле беҙ иҫкесә эшләүҙе дауам итәбеҙ, яҡшы урындарға таныш-белеште алабыҙ, кәрәкмәгән  кадрҙарҙан ҡотолорға тыршабыҙ. Хеҙмәткәрҙәр мөмкинлеге, һәләте буйынса баһаланмай.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика