Күсмә халыҡ эҙҙәре буйлап

Күсмә халыҡ эҙҙәре буйлап 17.11.2014

Бөгөн Монголиянан баш ҡалаға ҡалмыҡ халҡының тарихын өйрәнеүсе ғилми-мәҙәни экспедиция килде.

Улан-Батор ғалимдарының юлы Монголия, Ҡытай һәм Рәсәй аша үтә. Беҙҙең илдең 13 төбәгендә экспедиция ҡалмыҡ халҡының көнкүреше, милли-мәҙәни йолалары менән танышҡан. Боронғо яҙмалар һәм телдәрҙе тергеҙеү мәсьәләләрен күтәргән. Экспедиция йомғаҡтары буйынса ғалимдар фильм әҙерләргә ниәтләй. Башҡортостанда сит ил ҡунаҡтар бер нисә көн буласаҡ.
Юрий Сангаджиев, ғилми-мәҙәни экспедиция етәксеһе урынбаҫары: «Башҡорт мәҙәниәте беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Элек-электән ҡәрҙәш, туғандаш халыҡ булып йәшәнек, әле лә тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Һеҙҙең белгестәр Ҡалмыҡ илендә йыш була. Башҡортостанда беҙҙең дә дуҫтар күп».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку