Көслө ямғырҙар йәйге ташҡынға юл асмаҫмы? 11.08.2014

Яуым-төшөм арҡаһында  республика йылғаларындағы һыу кимәле күтәрелә.

Павловка һыуһаҡлағысынан хәбәр итеүҙәренсә 24 июлдән гидроҡоролмаға һыу секундына 400 кубометр тиҙлек менән тула. Был күренеште энергетиктар йәйге ташҡын тип атарға ла өлгөрҙө. Ҡойма ямғырҙарға ҡарамаҫтан, хәл тотороҡло тип баһалана. Энергетиктар һыу кимәле артыуын үҙ файҙаһына  бороп өлгөргән. Өҫтәлмә рәүештә миллион киловатт энергия эшләп сығарылған. Уҙған йылдарҙағы ҡоролоҡ сәбәпле һайығып ҡалған йылға-күлдәрҙе тулыландырыу маҡсатында ла йәйге ямғырҙар файҙалы булды, тигән фекерҙә белгестәр. Шул уҡ ваҡытта яуым-төшөм ураҡ һәм мал аҙығын әҙерләүҙе лә тотҡарлай.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика