Көслө шартлау һәм атыу тауыштары «Өфө» аэропортындағы пассажирҙарҙы оло хафаға һалды 31.10.2014

Шулай уҡ биләмәне хәрбиҙәр уратып алыуы ла уларға тынысланырға ирек бирмәне. Бөгөн баш ҡалала террорсыларға ҡаршы күнегеүҙәрҙең  һуңғы этабы үтте.

Ҡоралланған бер төркөм террорсылар Ту-154 самолетына баҫып инә. Улар 36 пассажирҙы һәм 6 экипаж ағзаһын аманатҡа ала.  Хоҡуҡ һағында тороусылар конфликтты тыныс юл менән хәл итергә маташҡан арала махсус тәғәйенләнештәге төркөм үҙ позицияһына баҫа.  Операцияның иң яуаплы өлөшө бер нисә секунд ҡына дауам итә. Федераль именлек хеҙмәте, полиция һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәр күнекмәһе ысынбарлыҡҡа тап килтерерлек итеп ойошторола. Ваҡытында көс структуралары аманатҡа алыныусыларҙы ҡотҡарған өсөн юғары баһа алырға өлгөргәйне инде. 28 йыл элек ошо уҡ аэропортта ике һалдат Ту-134 самолетын баҫып алды. Махсус операция ярҙамында барлыҡ пассажирҙар ҙа иреккә  сығарылды. Был юлы ла күнегеүҙә ҡатнашыусылар  яҡшы баһаға лайыҡ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика