Көслө рухлы йәштәр тәрбиәләү - илебеҙҙең төп бурыстарының береһе

Көслө рухлы йәштәр тәрбиәләү - илебеҙҙең төп бурыстарының береһе 05.02.2015

Ошо йәһәттән республикала төрлө саралар уҙғарыла. Бөгөн 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында оло йәштәге яугирҙар 123-сө лицей уҡыусылары, Рәсәй Эске эштәр министрлығы ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряды хәрбиҙәре менән осрашты.

Дәһшәтле яу юлдарын Әбүзәр Мәхмүтйәнов әлегеләй хәтерләй. Ун ете йәшлек егет үҙе теләп һуғышҡа бара. Йәш танкист, элемтәсе Курск дуғаһындағы алышта, 42 ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, үҙенең «Т-34» танкыһында Берлинға тиклем барып етә. Тыуған ил, тыныслыҡ өсөн аяуһыҙ көрәш хаҡында хәтирәләр менән мәктәп уҡыусыларын, йәштәрҙе таныштырып тороу мотлаҡ кәрәк тигән фекерҙә ул.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында ветерандар менән осрашыу кисәләре йыш уҙғарыла. Оло йәшкә еткән яугирҙар йәш быуынға һуғыш йылдарының әсеһен дә, сөсөһөн дә һөйләргә тырыша. Уҡыусылар уларға төрлө һорауҙар биреп, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ала.
Уҡыусыларға патриотик тәрбиә биреүҙә яугир-интернационалистар ҙа даими ҡатнаша. Улар билдәләүенсә, киләсәктә илдә һуғыш булмаһын өсөн йәштәр менән осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәреү зарур. Ветерандар рәте йылдан йыл кәмей, тимәк, бындай сараларға мохтажлыҡ республикала арта ғына.
Был көн йәштәрҙә яҡты хәтирә булып ҡалыр, киләсәккә дөрөҫ аҙымдар яһауға булышлыҡ итер тигән өмөттә ветерандар. Уларҙың һәр сығышы һуғыш йылдары йырҙары менән аралаш барҙы. Сара һуңында барыһы ла иҫтәлеккә фотоға төштө. Оло йәштәге яугирҙарға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку